

Иген үҫмәҫ тип, ерҙән төңөлмә, ти халыҡ. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ ауыл хужалығы тармағы эшсәндәрен тамам йонсотҡайны, әммә улар һәр яҙ ҙур уңыш алыу маҡсатында баҫыу эштәрен дәррәү башлап ебәрә. Быйыл иһә республикала баҫыу эштәре өсөн уңайлы тәбиғәт шарттары булды. Был диңгеҙ кеүек йәйрәп ятҡан баҫыуҙарҙа ла сағыла. Ауыл уңғандары иһә ҡанатланып, күтәренке күңел, ихласлыҡ менән эшләй, сөнки ашлыҡ уңған, мал аҙығы ла мул. Беҙ ҙә Дәүләкән, Илеш райондары баҫыуҙарына сығып, ураҡ барышы, хужалыҡтарҙың һулышы, шулай уҡ уларҙы борсоған мәсьәләләр менән яҡындан таныштыҡ.
“Ағиҙел” эшсәндәре ҡәнәғәт
Илеш районындағы “Ағиҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Бөгөн хужалыҡтың 5067 гектар һөрөнтө ере бар. Быйыл бойҙай, арпа, һоло, борсаҡ, рапс, кукуруз сәскәндәр.
– Былтыр 125 гектар майҙанда сәсеп ҡалдырған арышты урҙыҡ, гектарынан яҡынса 27-шәр центнер төшөм алдыҡ. Әле бойҙай һуғабыҙ, уның уңышы 30-32-шәр центнер тәшкил итә. Борсаҡ та уртаса булды – гектарҙан 30-ар центнер алдыҡ. Арпаны йыйып бөттөк, ул да гектарынан сама менән 30-ар центнер тирәһе сыҡты. Былтырғыға ҡарағанда, уңыш яҡшы, шуға ла баҫыу эштәре күңелле бара, – тине йәмғиәт директоры Әлмир Әйүпов.
Беҙ барғанда ете комбайн баҫыуҙы иңләй, ә биш трактор ер һөрә ине. Ураҡҡа йәлеп ителгән эшселәр араһынан комбайнсылар Булат Латипов, Марат Бакиров, водителдәр Нияз Хәлимов, Рәүзәт Хәбибрахманов, Дамир Шәйәхмәтов, механизаторҙар Роберт Нурисламов, Алмас Талипов, Алик Иванов, Рәзил Сәлимгәрәев, Фәнил Ғиндуллин оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләй, тип билдәләне етәксе.
Алдан әйтеп китеүебеҙсә, хужалыҡта малсылыҡ та үҫешкән. Әле унда 1600 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Көнөнә етешәр тонна һөт тапшыралар, бер һыйырҙан көндәлек һауым – 15 килограмм самаһы.
Дөйөм алғанда, хужалыҡта йәйге миҙгелдә йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәр менән бергә бөтәһе 100-гә яҡын кеше эшләй, уларҙың 30-ҙан ашыуы – малсылыҡта.
– Мал аҙығы әҙерләү дауам итә. Әле сенаж һалдыҡ, бесән әҙерләнек, силосҡа ла төшәбеҙ, – ти Әлмир Ринат улы.
Игенселәр династияһы
Илеш районы тиһәләр, шунда уҡ йәйрәп ятҡан иген баҫыуҙары күҙ алдына баҫа. Уны игенселәр төбәге тип әйтеүҙәренә күнегеп бөткәнбеҙ. Илдар Ялаловтың крәҫтиән (фермер) хужалығы баҫыуҙары менән танышҡас, быға тағы ла инандыҡ.
Илдар Ялалов – игенселәр династияһын дауам иткән эшҡыуар. Уның олатаһы Мөжәһит Мофазал улы 1992 йылда хужалыҡҡа нигеҙ һалған, ә атаһы Фирҙәүес Мөжәһит улы ғаилә шөғөлөн тағы ла йәнләндереп ебәргән. Ул Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре лә булған.
Илдар Фирҙәүес улы ла, Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлағас, тыуған төйәгендә төпләнә. 2000 – 2002 йылдарҙа “Башҡортостан” колхозында агроном булып эшләй, ә 2004 йылдан ғаилә крәҫтиән (фермер) хужалығына етәкселек итә.
– Беҙҙең хужалыҡ орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнә, йәғни элиталы сорттарҙы етештерәбеҙ. 1200 гектар майҙанда бойҙай, арпа, һоло, ҡарабойҙай үҫтерәбеҙ. Орлоҡтарҙы төрлө райондарҙан, күрше төбәктәрҙән килеп һатып алалар. Сорттарҙы сығарған селекционерҙар менән килешеү нигеҙендә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Быйыл уңыш мул, әле гектарынан уртаса 30-ар центнер арпа алдыҡ, урыны менән 50-шәр центнерға ла етте. Һолоно ла һуғып бөттөк. Бойҙайға төштөк. Уны урып алмайынса, һөҙөмтәһен әйтеп булмай, – ти Илдар Фирҙәүес улы.
Беҙ баҫыуға барғанда ике комбайн ашлыҡ һуға, ә тракторҙар бушаған ерҙе һөрә ине. “Ерҙе августа һөрһәң, дым яҡшы һаҡлана, шулай уҡ ҡый үләндәре лә бөтә”, – тип аңлатты хужа.
Йыйып алған уңышты орлоҡ таҙартҡан комплекста эшкәртә баралар. Әйткәндәй, хужалыҡтың матди-техник базаһы тулыһынса яңыртылған. Субсидияға ла, үҙҙәре иҫәбенә лә техника һатып алғандар. Хужалыҡта 14 кеше эшләй, коллектив тотороҡло. “Хеҙмәткәрҙәрҙе айырып ҡына әйтә алмайым, бөтәһе лә күңелен биреп эшләй”, – тине етәксе.
Баҫыу эше кинәнес, эшләй белеп эшләһәң
Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауылында урынлашҡан “ЗаиР АГРО” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Әлфит Закиров беҙҙе келәт янында ҡаршы алды.
– Уңыш йыйыуҙың иң ҡыҙған мәле. Баҫыуҙарҙың яртыһын урып бөттөк. Хужалыҡтың 1500 гектар ере бар, шуның 1200 гектарында төрлө культуралар сәскәйнек. 250 гектар майҙанда арпа үҫә ине, уны ла урҙыҡ. Уңышҡа зарланмайбыҙ, гектарынан 35-әр центнер арпа алдыҡ. Уның “белгородский-100”, “памяти Чепелева” сорттарын үҫтерәбеҙ – икеһе лә һәйбәт уңды. Бойҙайҙың “архат” сортын сәстек. Уның да башаҡтары тос, уңыш гектарынан 30-ар центнерҙан да кәм булмаҫ, тип уйлайым. Игенгә ихтыяж бар. Ҡошсолоҡ фабрикаһына һатабыҙ, бер хужалыҡ беҙгә быҙау бирә, ә беҙ иген менән иҫәпләшәбеҙ. Шулай уҡ ауыл халҡы ла, күрше райондарҙан да килеп алалар, – тине Әлфит Әбелфәтих улы.
Ысынлап та, хужалыҡты “Ашлыҡты ҡайҙа итергә?” тигән мәсьәлә борсомай. “Булһын ғына, ҡуйырға урын табырбыҙ”, – ти етәксе. Беҙ унда булған мәлдә лә, ауылдан килеп, арпа алып китеүҙәре ошо хаҡта һөйләй.
“ЗаиР АГРО” йәмғиәтенең өс комбайны бар. Уларҙа ашлыҡ һуҡҡан Ринат Хәмәтнуров, Анатолий Әхмәҙуллин хужалыҡта күптән эшләй. Юрий Степанов һаламды преслай. Ул – тәжрибәле механизатор, хаҡлы ялда булһа ла, яратҡан эшен ташламай. Етәксе ырҙын табағында эшләгән Рәил Фәрхетдиновты ла маҡтап телгә алды.
Хужалыҡ малсылыҡ менән дә шөғөлләнә. Уның 520 һыйыр малы бар. Бында ит етештереү йүнәлешенә айырыуса иғтибар итәләр, шуға ла “лимузин”, “герефорд” кеүек тоҡомло мал аҫрайҙар. Мал ҡараусылар Дмитрий Сәлимйәнов, Руслан Насибуллин хужалыҡта тәүге көндәрҙән үк эшләй.
– Быйыл сенажды июнь – июль айҙарында һалдыҡ, фураж әҙерләйбеҙ. Бесән урынына һалам ашатабыҙ, ул сифаты буйынса ҡалышмай, – ти хужа.
Әлфит Закиров – тәжрибәле етәксе, 2020 йылда фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Сығышы менән Илеш районының Иҫәнбәт ауылынан булған уҙаман барлыҡ ғүмерен ауыл хужалығына арнаған. 2006 йылда ташландыҡ хәлдә булған предприятиены алып, “ЗАиР АГРО” йәмғиәтен ойоштора. Бөгөн унда 20 кеше үҙенә шөғөл тапҡан. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Ғөмүмән, хужалыҡта эштәр көйлө, ҡыҙыу миҙгелдәрҙә хеҙмәткәрҙәрҙе туҡландырыу ойошторолған. Район етәкселеге, бындағы ыңғай үҫеште күреп, мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша, әммә хужалыҡты борсоған мәсьәләләр ҙә бар.
– Әле беҙ кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Хужалыҡты үҙ көсөбөҙ менән үҫтерәбеҙ. Техниканы ла, малды ла үҙ иҫәбебеҙгә һатып алдыҡ. Бөгөн ауыл хужалығын үҫтереү өсөн шарттар бар, әммә субсидиялар, гранттар алыу ауырлашты, – ти хужалыҡ етәксеһе.
Мәғлүм булыуынса, райондың Әңгәсәк төбәгендәге баҫыуҙар электән уңдырышһыҙ ерҙәр тип иҫәпләнгән, әммә әле “ЗАиР АГРО” йәмғиәте өлгәшкән һөҙөмтәләр “Иген эше кинәнес, эшләй белеп эшләһәң, иген эше көйөнөс, ялҡауланып йоҡлаһаң” тигән халыҡ әйтеменең хаҡлығы тураһында һөйләй.
Бығаса бындай уңыш булмаған
Әңгәсәк ауыл биләмәһендә шәхси эшҡыуар Илшат Хөснөтдинов, бөлгөнлөккә барып терәлгән “Танып” предприятиеһын үҙ яуаплылығына алып, ауыл хужалығына яңы һулыш биргән.
– 2020 йылдың авгусынан эшләй башланыҡ. “Танып” предприятиеһы көрсөк хәлендә ине. Дөрөҫөн әйткәндә, район етәкселеге ошо хужалыҡты ҡотҡарыу өсөн беҙҙе саҡырҙы. Ярты йылда эш, һалым һәм башҡа иғәнәләр буйынса бурыстарҙы ҡапланыҡ. Ул саҡта сәсеү майҙаны 200 гектар ине, әле беҙ уны 600 гектарға еткерҙек. Барлыҡ ташландыҡ яландарҙағы сиҙәмде ҡалҡытып, һөрөнтө ерҙәрҙе яңынан тергеҙҙек, – тип Илшат Әнәс улы хужалыҡтың яҙмышы менән таныштырҙы.
Былтырғы ҡоролоҡта иген шәптән булмаған, ә быйыл иһә ашлыҡ уңған. “Гектарынан 30-ар центнерҙан да кәм алмаҫбыҙ, хатта урыны менән 50-шәр центнерға ла етер, тип көтәбеҙ”, – ти етәксе. Урындағы белгестәр әйтеүенсә, быйыл был төбәк уңыш буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Предприятие бойҙай, арыш, арпа, ҡарабойҙай, ужым бойҙайы үҫтерә. Баҫыуҙарҙың яртыһынан күбеһендә ашлыҡты һуғыуҙы тамамлағандар.
– 2200 тонна сенаж һалдыҡ, киләһе йылға ла һаҡлам булды. Әле йәмғеһе 750 тонна бесән әҙерләнек, уны мең тоннаға еткерәсәкбеҙ. Ураҡ һөҙөмтәләре һөйөндөрә. Беҙҙә ысын ялан батырҙары эшләй. Мәҫәлән, комбайнсы Евгений Молчановты баҫыу ҡаһарманы тип әйтергә мөмкин. Бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, яҙын 400 гектар ерҙе эшкәртте. Ринат Тимершин, хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, йыл да яланға ярҙам итергә сыға, – ти етәксе.
Хужалыҡта эш бар фронтта ла ҡайнай. Баҫыуҙа механизаторҙар иген урһа, төҙөүселәр ашлыҡты һаҡлау өсөн амбарҙарын төҙөй, ташландыҡ биналарҙы ремонтлай.
– Эшләргә, үҫергә тырышабыҙ, әммә беҙгә лә ярҙам кәрәк. Бөгөн ашламаларға хаҡ артты. Ике йыл рәттән грантҡа документтар тапшырҙыҡ, тик үтә алманыҡ. Беҙҙең эш нәтижәләре урындағы район башлыҡтарына билдәле, улар кемдең ярҙамға нығыраҡ мохтаж булғанын белә, – тине етәксе.
Әйткәндәй, Илшат Әнәс улы – бик тәүәккәл, тырыш, ҡыйыу кеше. Шулай булмаһа, нефть тармағындағы төшөмлө эшен ташлап, ошо хужалыҡты тергеҙәм тип йөрөмәҫ ине.
– Бында бөтә мөлкәт тарҡалғайны, ә ул ҡурҡмай тотондо. Әммә ауыл хужалығында теләк, тырышлыҡ менән генә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүе ауыр, ҡеүәтле техника алыу, тоҡомло мал үрсетеү өсөн дәүләт ярҙамы ла кәрәк. Мин Илшат Әнәс улының хужалыҡты тергеҙергә тотоноуына ҡыуанып бөтә алмайым: ташландыҡ баҫыуҙарға хәҙер йәм инде. Икенсе өлкәлә эшмәкәрлек алып барһам да, баҫыуҙағы хәлдәрҙе килеп ҡарап, балалар кеүек шатланам, – тине шәхси эшҡыуар, хәрби хәрәкәттәр ветераны Динар Ильясов.
Ысынлап та, эшҡыуарҙың киләсәккә пландары ҙур. Әле хужалыҡта 300 баш һыйыр малы бар, артабан да ит тоҡомло малды үрсетергә уйлайҙар. Сәсеү майҙандарын арттырыу, яңы техника алыу, матди-техник базаны яңыртыу – алда торған бурыстар. “Уңған кеше өсөн көн дә ураҡ өҫтө”, ти халыҡ. Тимәк, Илшат Хөснөтдиновҡа хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыу өсөн әле әллә күпме тир түгергә тура киләсәк. Уға ҡарап: “Был егет булдыра”, – тип уйланым.
Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа Дүртөйлө районында ауыл хужалыҡтары яңырыу кисерә, тергеҙелә. Тимәк, бөтәһе лә алда: баҫыуҙарҙан – юғары уңыш, малсылыҡтан яҡшы артым алырҙар. Иң мөһиме һәм ҡыуаныслыһы – ең һыҙғанып эшләргә теләгән Илшат Хөснөтдинов, Әлфит Закиров кеүек ир-егеттәребеҙ бар.
- Рәмилә МУСИНА