

"Бынан алдағы фестивалде үткәреү менән сағыштырғанда сифатлы алға китеш яһалды: 2022 йылдың беренсе яртыһында Башҡортостанда 823,6 мең тонна һөт етештерелгән - был Рәсәйҙә икенсе күрһәткес (илдә етештерелгәндең 5% тирәһе), һауым тотороҡло арта - һуңғы биш йылда бер һыйырҙан 6,46 тоннаға тиклем артҡан. Һөттән тыш, был башҡа тауарҙар - сыр, эремсек, әсе һөт ризыҡтары, туңдырма, ҡымыҙ.
Тимәк, һөт продукцияһы өлөшөндә республика үҙен тулыһынса тәьмин итә, шуға күрә етештереүселәр экспортҡа оҙата. Ҡаҙағстан һәм Ҡытай менән үҙ-ара эш итеү яйға һалынған, яңы баҙарҙарҙа нығыныу өҫтөндә эшләйбеҙ. Санкциялар шарттарында был - мөһим конкуренция өҫтөнлөгө, производствоға инвестициялар өсөн аҡса сығанағы. Мәҫәлән, бер ай элек "Инвестиция сәғәте" ндә республикала бишенсе роботлаштырылған һөт фермаһы проекты ҡаралды.
"Һөт иле" фестиваленең эшлекле өлөшө сиктәрендә тармаҡты үҫтереү һәм яңы пландарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерербеҙ. Атап әйткәндә, донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә юғары продуктлы мал эмбриондарын күпләп етештереү һәм климат шарттарына яраҡлашыу һәләте булған элиталы тоҡом эмбриондарын сериялы етештереүҙе булдырырға планлаштырабыҙ. Был продукцияның сифатын яҡшыртасаҡ, беҙҙең төп маҡсат - ошо күрһәткес буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге булыу.
Барыһын да Салауат Юлаев майҙанына тыуған төйәгебеҙҙең һөтөн тәмләп ҡарарға саҡырам! Фестиваль ҡунаҡтары өсөн аттракциондар, һөт йәрминкәһе һәм ферма әҙерләнгән", - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Фотолар Андрей Назаровтың сәхифәһенән.