

“Бөгөн беҙ Өфөлә 10-сы «Һөт иле» фестивален үткәрәбеҙ. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары яратып өлгөргән сараны пандемия мәлендә кисектереп торғайныҡ.
Был сара беҙҙең өсөн әһәмиәтле, республика һөттө күп етештерә, беҙ илдә был күрһәткес буйынса икенсе урында торабыҙ. Башҡортостандың бөтә эре һөт эшкәртеү предприятиеларының хәҙер йә модернизациялау, йә өҫтәмә инвестициялар стадияһында булыуы мөһим. Республикала һөт ризыҡтары етештереүҙе әүҙем үҫтерәбеҙ һәм артабан да был эш туҡтамаясаҡ. Беҙҙә «Һөт кухняһы» селтәре бар. Ул балаларҙы, йөклө ҡатындарҙы һәм йәш әсәләрҙе тәмле һәм сәләмәт аҙыҡ менән тәьмин итә. Бөтә Башҡортостан буйынса балалар өсөн һөт эшкәртеү оҫтаханалары эшләй.
Шуныһы ла мөһим: ғөмүмән, быйыл ауыл хужалығында хәл ыңғай. 2,8 миллион тонна иген йыйып алынған да инде, беҙ яҡшы уңыш көтәбеҙ. Ә алдағы йылдарҙан ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыу менән шөғөлләнгәнгә күрә, ямғырҙар миҙгеле башланыр алдынан тиҙ арала уңышты йыйып алыу мөмкинлеге бар”, - тип яҙа Радий Хәбиров.
Фотолар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.