Иҡтисад
27 Август 2022, 10:10

Һөт йылғалары аҡҡан ергә килергә өлгөрәһегеҙ әле

Килгән һәр кемгә бер стакан һөт бирҙеләр.

Һөт йылғалары аҡҡан ергә килергә өлгөрәһегеҙ әлеҺөт йылғалары аҡҡан ергә килергә өлгөрәһегеҙ әле
Һөт йылғалары аҡҡан ергә килергә өлгөрәһегеҙ әле

Бөгөн иртәнән Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙанда байрам гөрләп торҙо. Йылдағыса сараға килеүселәрҙе бер стакан һөт менән һыйлап индерҙеләр. Һөттән эшләнгән аҙыҡ-түлекте тәүҙә тәмләп ҡарау форсаты булды. Башҡа йылдарҙан айырмалы, быйыл ҡымыҙ төрҙәре бик күп ине. Умартасыларға ла айырым майҙансыҡ булдырылды. Сарала ҡатнашыусы ойошмалар күргәҙмәгә әҙерләнгән арала, “Торатау” конгресс-холының кәңәшмләр залында фестивалдең пленар ултырышы үтте.

"Санкция ярҙарында һөт йылғалары" тип аталған сарала Рәсәйҙең алдынғы агросәнәғәт предприятиелары етәкселәре, ҡорамалдар менән тәьмин итеүселәр, һөт ризыҡтары етештереүселәр ҡатнашты. Һөт етештереүселәрҙең милли союзы, Һөт баҙарын өйрәнеү үҙәге, Рәсәйҙең иң эре һөт ризыҡтарын етештереүселәре һәм эшкәртеүселәре сығыш яһаны.

Пленар сессияла ҡатнашыусылар Рәсәйҙә һөт баҙарының хәҙерге торошон, санкцияларҙың һөт етештереүгә һәм эшкәртеүгә йоғонтоһон, һөт ризыҡтарын маркировкалау темаһын, тармаҡтың инвестиция йәлеп итеүсәнлеген тикшерҙе, һөт бизнесында килем алыу мәсьәләһенә һәм тармаҡтың башҡа бик күп ҡыҙыҡлы темаларына ҡағылды.

Пленар сессиянан һуң ултырышта ҡатнашыусылар өсөн секциялар эше ойошторолдо. Беренсе секция модераторы итеп «Зоотехника», «Һөт институты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең зооветеринария бүлеге мөдире Мария Котельникова тәғәйенләнгән. Икенсе бүлектә белгестәр мал аҙығы етештереүҙең үҙенсәлектәрен тикшерҙе.

Сара барышында пленар ултырышты алып барыусы “Союзмолоко” милли союзының генераль директоры Артем Белов үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты.

- Башҡортостанда был сараның ныҡлы тамыр йәйеп, киң билдәле фестивалгә әүерелеүенә шатмын. Һөт етештереүселәр, һөттө һатып алыусылар һәм етештереү тауарҙары менән тәьмин итеүселәр бер өҫтәл артына ултырып, өлкәне борсоған проблемалар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшә алыуы барыһы өсөн дә уңайлы. Ә Башҡортостан оҙаҡ йылдар һөт етештереү буйынса алдынғылар рәтендә килә. Сараға бер көн алда килеп, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән эре һөт етештереү предприятиеларында булдыҡ. Күргәндәрем менән ҡәнәғәтмен. Һеҙгә артабан да уңыштар теләйем, - тип билдәләне Артем Сергеевич.

Етештереүселәр һәм ғалимдар, белгестәр фекер алышҡансы, майҙанға кешеләр ағылды ла ағылды. Һауа торошо ла күңелле ғаилә байрамы үткәреүгә бөтә шарттар булдырҙы. Сарала балаларҙың күп булыуы ҡыуандырҙы, сөнки фестивалдең маҡсаты һөттө һәм һөт продукцияһын ҡулланыуҙы дәртләндереү программаһын ғәмәлгә ашырыу, Башҡортостан етештереүселәренең һөт һәм һөттән эшләнгән аҙыҡ-түлекте ҡулланыуҙы арттырыу, дөрөҫ туҡланыуҙы һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.

Нисек кенә булмаһын, өлкәндәр ойошторған һәр байрам — балалар өсөн. Фестиваль барған майҙансыҡҡа инер алдынан рәхәтләнеп һөт эсеп, артабан уйын майҙансыҡтарына юлланған балаларҙың йөҙөндәге бәхетле йылмайыуҙы күреү үҙе ҡыуаныс. Сәхнәлә күңелле концерт бара, бөтә ерҙә арзан хаҡҡа туңдырма һаталар.

Өфө халҡы иһә фестивалдә ҡатнашырға өлгөрә әле!

Әйткәндәй, 2022 йылдың беренсе яртыһында Башҡортостанда 823,6 мең тонна һөт етештерелгән - был Рәсәйҙә икенсе күрһәткес (илдә етештерелгәндең 5% тирәһе), һауым тотороҡло арта - һуңғы биш йылда бер һыйырҙан 6,46 тоннаға тиклем артҡан. 

Автор фотолары.

 

 

Һөт йылғалары аҡҡан ергә килергә өлгөрәһегеҙ әле
Һөт йылғалары аҡҡан ергә килергә өлгөрәһегеҙ әле
Һөт йылғалары аҡҡан ергә килергә өлгөрәһегеҙ әле
Һөт йылғалары аҡҡан ергә килергә өлгөрәһегеҙ әле
Һөт йылғалары аҡҡан ергә килергә өлгөрәһегеҙ әле
Һөт йылғалары аҡҡан ергә килергә өлгөрәһегеҙ әле
Һөт йылғалары аҡҡан ергә килергә өлгөрәһегеҙ әле
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас