

Башҡортостанда уңыш йыйыу дауам итә. Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бөгөнгө һандар менән таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, әле 3,1 миллион тоннанан ашыу иген һәм ҡуҙаҡлы ашлыҡ йыйылған.
Бөгөнгә иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙандарының 62 проценттан ашыуы, йәғни 1,092 миллион гектары сабылған, 60 проценты, йәғни 1,052 миллион гектары һуғылған. Уртаса уңыш гектарынан 29,6 центнер тәшкил итә.
– Йәшел зонаға республиканың һигеҙ районы инде, уларҙың биләмәләрендә майҙандарҙың 70 проценттан ашыуы йыйып алынған. 40 районда игендең 50 проценттан ашыуы йыйылған. Бөгөнгә Башҡортостандың алты районы аграрийҙары 120 мең тоннанан ашыу иген һуғып алған. Улар араһында – Стәрлетамаҡ, Илеш, Саҡмағош, Ауырғазы, Мәләүез һәм Дәүләкән, – тине Илшат Фәзрахманов.
Республиканың бөтә райондарында ла тиерлек ужым уңышын йыйыу тамамланған. Әлеге ваҡытта яҡынса 260 мең гектар, йәғни шипкән менән бергә 96 проценты һуғылған. Уларҙың 97 проценттан ашыуы – ужым арышы һәм 94 проценты ужым бойҙайы - һуғылған. 802 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған. Уртаса уңыш гектарынан 31,9 центнер тәшкил итте, былтыр гектарынан 15,8 центнер ине.
Фото: "Республика Башкортостан".