

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башавтотранс” филиалдары етәкселәренә 37 “НефАЗ” автобусынан асҡыс тапшырҙы.
– Бөгөн беҙҙең өсөн ҡыуаныслы көн. Өр-яңы автобустар Өфө юлдарына сыға, – тине Радий Хәбиров. – “Башавтотранс” коллективына халыҡты яҡшы хеҙмәтләндергән өсөн рәхмәт. Бергәләп беҙ транспорт тармағын яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ итәбеҙ. Ошо ябай булмаған эш өсөн халыҡ һеҙгә рәхмәт әйтә.
105 кешегә иҫәпләнгән автобустар экологик яҡтан зыянһыҙ газ-мотор яғыулығында эшләй. Улар баш ҡаланың пассажирҙар күп булған маршруттарына сыҡты һәм Затон, Дим, Сипайлово, Инорс биҫтәләрен хеҙмәтләндерә. Көҙ предприятиеға тағы ла 33 яңы машина тапшырыла.
Башҡортостан Башлығы мәғлүмәт таблоһы, ГЛОНАСС навигация спутник системаһы, кондиционер, видеокүҙәтеү системаһы менән йыһазландырылған автобустарҙы ҡарап сыҡты. Әйткәндәй, “НефАЗ”дарҙа инвалид коляскалары өсөн махсус урындар ҙа ҡаралған.
Төбәк етәксеһе “Башавтотранс” водителдәренә намыҫлы хеҙмәт, уңышлы эшләгән, юғары һөнәри оҫталыҡ өсөн Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
"Автопаркты яңыртыу эшен бының менән генә туҡтатмайбыҙ. Республика Рәсәйҙең Транспорт министрлығында һайлап алыу турын үтте, артабан “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты нигеҙендә автобустар һатып алыуға федераль бюджеттан субсидия ала. Ошо партиянан 35 автобусты киләһе йылдың беренсе кварталында көтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында. – Төп маҡсат – транспорт системаһын илдә иң яҡшыларҙың береһе итеү, һәм беҙ уға табан эҙмә-эҙлекле барабыҙ. Водителдәргә – яҡшы юл, ә пассажирҙарға – уңайлы һәм хәүефһеҙ сәфәр!"
Мәғлүм булыуынса, 2019-2021 йылдарҙа “Башавтотранс” паркын ҙур, урта һәм бәләкәй класлы 943 автобус тулыландырҙы. Пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән шәхси ойошмалар 150 машина һатып алған.
Фото: glavarb.ru/rus/press, vk.com/radiyhabirov
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press, vk.com/radiyhabirov