

Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2022 йылдың беренсе ярты йылында Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан күп фатирлы 65 йорт дәүләт кадастр теркәүенә ҡуйылған. Сағыштырыу өсөн: 2021 йылдың беренсе ярты йылында иһә күп фатирлы 63 йорт дәүләт кадастр теркәүенә ҡуйылған.
– Башҡортостан, биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, уй-пландарҙы эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра, – тип һөйләй Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Наталья Низаметдинова. – 2022 йылдың 1 июленән күп фатирлы йорттар биләгән һәм уға объекттар ингән ер участкаһын участок биләгән схема ярҙамында ойошторорға мөмкин. Ошо документты әҙерләү, биләмәне билдәләү проектына ҡарғанда, күпкә ябай. Ҡарар ҡабул иткәнгә хәтлем ошо схема буйынса йәмәғәтселектә фекер алышыу булырға тейеш.
Наталья Низаметдинова әйтеүенсә, бөтәһе лә планға ярашлы алып барыла, эш барышында бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар теркәлмәгән.
Фото: Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы.