

Тәбиғәт беҙгә быйыл уңыш үҫтереү өсөн бар уңайлыҡтарын бирҙе. Иген бураҙналары тулып, ташып ултырырлыҡ мөмкинлек бар. Ваҡытында сәсеп, тәрбиәләү сараларын күргән хужалыҡтар мул уңыш алып һөйөнә.
Уҙған аҙнала Дәүләкән районында булып, был тарафта хеҙмәт иткән ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең кәйефен белеп ҡайттыҡ. Иген һәм иген-ҡуҙаҡлы культуралар районда 33 мең гектарға яҡын ерҙә сабылһа, 32 мең гектар тирәһенән һуғып алынған, был иһә дөйөм майҙандың 60 процентҡа яҡыны. Әлегә барлығы 107 мең тонна тирәһе иген йыйып алынған, район буйынса уртаса гектар ҡеүәте – 33 центнер.
Суйынсы ауылы эргәһендәге туҡ башаҡлы баҫыуҙар эргәһендә туҡталып, Ғаяз Ғабдрахманов етәкселек иткән крәҫтиән (фермер) хужалығы эшенең барышы менән ҡыҙыҡһындыҡ. Эшләгәс, эш ырай. Иртәнге 10-дарҙан киске 10-ға тиклем комбайнынан төшмәй тиерлек уңыш йыйған Ринат Камаловтың хеҙмәт күрһәткестәренең яҡшы булыуы ла ғәжәп түгел. Ураҡ башланғандан алып ул көн һайын 100 тоннанан артыҡ иген һуға. Был хеҙмәт күрһәткесе буйынса ул – республикала беренселәр рәтендә. Заманса “Класс ТУКАНО-570” комбайны һынатмай, көн һайын 30-ар гектар майҙанды иңләй. Ринат Борис улы 2009 йылдан комбайнсы-тракторсы булып эшләһә, һуңғы дүрт йылда ошо хужалыҡта хеҙмәт итә. Тырыш хеҙмәте өсөн ул Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғаяз Ғабдрахманов әйтеүенсә, урып-йыйыу эштәре 30 июлдә башланған. Хужалыҡта һөрөнтө ерҙәр майҙаны алты мең гектарға тиң, уның иң күбен иген культуралары биләһә, 800 гектарында ужым, ике мең гектарында ярауай иген, бынан тыш 450 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө, 900 гектарҙа көнбағыш, 200 гектарҙа гәрсис, 300 гектарҙа етен сәселгән.
Беҙ барғанда ужым бойҙайы баҫыуында эште теүәлләп ҡуйғайнылар, гектарынан алынған уңыш унда хатта 60 центнерға еткән. Ужым арышын, арпаны, борсаҡ культураларын да йыйып алғандар. Әле төп эштәр ярауай бойҙай баҫыуында бара.
Эшләп өлгөр генә! Комбайн уңышты ура бара, йөк машиналары тейәп алып та китә. Йөк машинаһы руле артындағы Миневәли Ғәлиев – тәжрибәле водителдәрҙең береһе.
– Дөйөм хеҙмәт стажым – 47 йыл, уның 12 йылы водитель һөнәре менән бәйле. Ғөмүмән, мин бөтә эште лә яратып башҡарам. Атайым да элек колхозда водитель, тракторсы булды. Шуға ла техникаға ҡыҙыҡһыныу бәләкәйҙән һалынған, – тине ул.
Бер үк ваҡытта хужалыҡта киләһе йылдың уңышын хәстәрләп, ужым культураларын сәсеү эштәре башланған. Быйыл 700 гектарҙа – ужым арышы, 800 гектарҙа бойҙай сәсеү ниәтләнә.
Юғары уңыш алыуға күп нәмә йоғонто яһай, шул иҫәптән орлоҡ сифаты ла. Крәҫтиән (фермер) хужалығы элиталы орлоҡ етештереү менән шөғөлләнгәс, үҙҙәре лә ҡуллана, башҡа хужалыҡтарға ла һата. Хужалыҡ агрономы быйыл ужым бойҙайының “московская-39” сортының гектар көсө хатта 70 центнерға тиклем етеүен билдәләне.
Уңышты йыйыу ғына түгел, уны һаҡлау хәстәрен күреп хужалыҡта ҙур иген келәте төҙөлгән. Яңы уңыш яңы бинаға ташыла.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Дәүләкән районы.