

Башҡортостанда 2030 йылға тиклем Урал аръяғын социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһына 175,7 миллиард һум бүленә. Был хаҡта Хөкүмәт ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.
"Урал аръяғын энергетик ҡеүәттәр менән тәьмин итеү өсөн яңы ярҙамсы станция төҙөүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Инфраструктура үҫеше лә биләмәне уңышлы күрһәтеү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була бара. Шуға күрә стратегия проектына "Сибай - Подольск - Яңы рудная“ тимер юл линияһын төҙөү проектын индерҙек. Ул Сибай станцияһының йөк әйләнешен үҫтерергә һәм Урал аръяғының көньяҡ райондарындағы ятҡылыҡты әйләнешкә индерергә мөмкинлек бирәсәк. Шуныһы ла мөһим: ошо юл логистик “иңбаш”ты Ҡаҙағстанға тиклем 250 саҡрымға кәметәсәк", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.
Шулай уҡ программа сиктәрендә Урал аръяғында туристар ағымын йыл һайын 1 миллиондан ашыу кешегә тиклем арттырыу планлаштырыла. Бының өсөн "УРАЛ" махсус иҡтисади зонаһы булдырыласаҡ. Бынан тыш, республика Хөкүмәте бында тау сеймалын табыу сәнәғәте һәм ауыл хужалығы йүнәлештәрен көсәйтә. Атап әйткәндә, 2030 йылға тиклем Урал аръяғында углерод-нейтраль рудниктар барлыҡҡа киләсәк, ә агросәнәғәт комплексы линияһы буйынса ит эшкәртеү өлкәһендә предприятиелар төҙөләсәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.