

Заман башҡа, заң башҡа, тиҙәр. Булды шундай ҡатмарлы осор, йәйгеһен ҡаланың маршрут автобустарында тын алғыһыҙ эҫе ине, ә ҡышҡыһын, киреһенсә, өшөй торғайныҡ. Өҫтәүенә, иҫке техниканан биҙгәйнек инде. Хәҙер иһә заманса автобустарҙа елдереп рәхәтләнәбеҙ.
Хәбәр итеүебеҙсә, ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башавтотранс” йәмғиәте филиалдары етәкселәренә өр-яңы “НефАЗ” асҡыстарын тапшырҙы. Әле заманса автобустар Өфөнөң пассажирҙар иң күп йөрөгән маршруттарына беркетелде: улар баш ҡалабыҙҙың Дим, Инорс, Затон, Сипайлово биҫтәләре кешеләрен хеҙмәтләндерә.
Өфө урамдары буйлап йөрөй башлаған заманса автобустарҙың уңайлылығына инаныу маҡсатында хәбәрселәр ҙә юлға сыҡты. Шулай итеп, “Матбуғат йорто” туҡталышында 107-се маршрут автобусына ултырҙыҡ. Ул Өфө ҡалаһының “Үҙәк баҙар” туҡталышынан ҡуҙғалып китә, аҙаҡҡы туҡталыш – “Михайловка (Суровка)”.
Автобус салонында кешеләр күп кенә ине, ни тиһәң дә, эш көнө тамамланыуға табан бара. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, этеш-төртөштө күрмәнек. Һәр кем Өфө урамдарында яңы автобустарҙың йөрөй башлауына шатланып бөтә алмай. Ысынында эстә таҙа һәм иркен, кондиционер эшләй, ултырғыстар ҡулайлы, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн пандус урынлаштырылған, шулай уҡ бүтән уңайлыҡтар ҙа етерлек. Бер һүҙ менән әйткәндә, пассажирҙарҙың ҡәнәғәт йөҙөн күреү күңелдәге бар икеле-микеле уйҙарҙы юҡҡа сығарҙы.
Пассажир Ильяс Хәбибуллин әйтеүенсә, “Алға” картаһы менән иҫәпләшеү арзан булыуы менән отошло.
Автобус водителе Земфир Исламовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул көнөнә дүрт әйләнеш яһай, бөтәһе 191 километр юл үтә.
– Пассажирҙар “Алға” картаһы ярҙамында ла, бүтән банк картаһы һәм ҡулаҡса менән дә түләй, – ти кондуктор Нәсимә Низамова.
Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, автопаркты яңыртыу эше бының менән генә туҡталмай, киләсәктә тағы ла яңы автобустарҙы баш ҡалабыҙҙың урамдарында күрәсәкбеҙ.
Автор фотоһы.