Иҡтисад
31 Августа 2022, 11:00

Косметиканы үҙебеҙҙә етештерәбеҙ!

 Ул сит ил брендтары менән уңышлы конкурентлыҡ итә, бөтә Рәсәй буйлап, Белоруссияла, Ҡаҙағстанда, Тажикстанда һатыла

Косметиканы үҙебеҙҙә етештерәбеҙ!Косметиканы үҙебеҙҙә етештерәбеҙ!
Косметиканы үҙебеҙҙә етештерәбеҙ!

Башҡортостанда даими рәүештә яңы етештереүҙәр асылып тора. Шуларҙың береһе тураһында бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша уртаҡлашты.

“Бындай ваҡиғаларҙың йыш булыуы ҡыуандыра. Бөгөн бер юлы ике предприятиены астыҡ. Фотоларҙа – “Фабрик Косметик” компанияһының яңы производствоһына старт биреү. Был илебеҙ сеймалы нигеҙендә Башҡортостанда иң ҙур косметика һәм көнкүреш химияһы етештереүсе.

Бында 250-нән ашыу төр продукция етештерелә. Ул сит ил брендтары менән уңышлы конкурентлыҡ итә, бөтә Рәсәй буйлап, Белоруссияла, Ҡаҙағстанда, Тажикстанда һатыла. Компания етәкселеге беҙҙең Үзбәкстанға бизнес-миссияла ҡатнашҡандан һуң, был илгә поставкалау тураһында ла һөйләшеүҙәр алып барыла.

Республика проектты бөтә этаптарҙа ла оҙатып барҙы – беҙ уны “Инвестиция сәғәте”ндә ҡараныҡ, Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша яңы ҡорамал һатып алыуҙы субсидияланыҡ, һәм был етештереү күләменең үҫеүенә этәргес бирҙе.

Уңыштар теләйем!” тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас