Иҡтисад
31 Август 2022, 17:45

Республикаға ла, илгә лә кәрәк

Завод директоры Дмитрий Исаев билдәләүенсә, яңы производствоға 305 миллион һум һалынған.

Республикаға ла, илгә лә кәрәкРеспубликаға ла, илгә лә кәрәк
Республикаға ла, илгә лә кәрәк

Бөгөн Благовещенда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров моторҙар эшләү һәм юл төҙөлөшө өсөн тимер-бетон конструкциялар етештереүгә старт бирҙе.

– Беҙҙең өсөн күпер-тимер-бетон конструкциялары предприятиеһы ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Радий Хәбиров. – Был перспективалы эш йүнәлеше, сөнки республика һәм ил юл инфраструктураһын әүҙем үҫтерә, күперҙәр һала. Барыһына ла уңыштар теләйем!

Төбәк етәксеһе етештереү линияларын һәм предприятие продукцияһы өлгөләрен ҡараны. Завод директоры Дмитрий Исаев билдәләүенсә, яңы производствоға 305 миллион һум һалынған.

– Беҙ айына күперҙәр өсөн 180-шәр балка етештерәбеҙ. Юғары ныҡлыҡтағы тауар бетоны ла сығарабыҙ, – тине Дмитрий Исаев. – Предприятиены үҫтереү буйынса пландарыбыҙ ҙур. Республика менән хеҙмәттәшлек итеү арҡаһында беҙ әүҙем алға барабыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас