

31 августа Благовещенда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Сәнәғәт сәғәте” форматында күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Унда, атап әйткәндә, республикала сәнәғәт туризмын үҫтереүҙе тикшерҙеләр.
Кәңәшмәне асып, төбәк етәксеһе республика Хөкүмәте Премьер-министрының фәнни-технологик үҫеш буйынса урынбаҫары вазифаһын булдырыуын хәбәр итте һәм уны төбәктең сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевҡа биләргә тәҡдим итеүен әйтте.
– Беҙ фән һәм технологиялар өлкәһендә компетенцияларҙы тупларға ҡарар иттек. Был йүнәлешкә яңы вице-премьер яуаплы, – тине Радий Хәбиров. – Асылда иһә ул - республикабыҙҙың “фәнни спецназ"ын булдырыу.
Республика етәксеһе Благовещен районы халҡын “Сәнәғәт сәғәте” ултырышы алдынан “Фабрик Косметик” һәм Благовещен тимер-бетон конструкциялар заводында яңы производстволарҙың эшләй башлауы менән ҡотланы. Радий Хәбиров был предприятиелар коллективтарына төбәк сәнәғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Башҡортостан Башлығының рәхмәт хатын тапшырҙы.
– Производстволар асылыр алдынан компания етәкселәре инвестиция һәм сәнәғәт сәғәттәрендә үҙ проекттарын яҡланы, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Хәҙер яңы бурыстар ҡуябыҙ, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Төбәктең импортҡа алмаш программаһын тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылыуы айырыуса ҡыуандыра. Көнбайыш санкциялары үҙ иҡтисадыбыҙҙы яҡшыртырға һәм яңы һатыу баҙарҙарына сығырға мөмкинлек бирә.
“Сәнәғәт сәғәте”ндә төбәктә сәнәғәт туризмын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө бурыстарын да ҡаранылар. Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов муниципалитет миҫалында ошо эш тураһында һөйләне. Мәҫәлән, уҡыусылар өсөн “ПОЛИЭФ”, “Благовещен икмәге” предприятиеларына һәм Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһының Благовещен заводына экскурсиялар ойоштороласаҡ.
– Сәнәғәт туризмы күп производстволарҙың үҙенсәлектәрен аңларға, предприятиеларҙы һәм тотош төбәкте алға этәреү мәсьәләләрен хәл итергә, территорияларҙың инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген күтәрергә мөмкинлек бирә, – тине Олег Голов.
2022 йылда илдең стратегик башланғыстары агентлығы федераль Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы булышлығында II Сәнәғәт туризмы буйынса Рәсәй акселераторын башлай, тип өҫтәне муниципалитет башлығы. Благовещен районы урындағы предприятиеларҙың был проектта ҡатнашыуына заявка әҙерләгән.
Башҡортостан Башлығы муниципалитеттың башланғысын хупланы һәм сәнәғәт туризмының республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
– Беҙ төбәктең сәнәғәт мираҫын һаҡлау менән бәйле ҙур эш йүнәлешен үҫтерәбеҙ. Был өлкәләге тәүге проекттарҙың береһе – Мәләүез районының Воскресенск ауылында Көньяҡ Уралда боронғо баҡыр иретеү заводы биләмәһен төҙөкләндереү. Киләсәктә ошондай тағы бер нисә мәҙәни-туристик майҙансыҡ булдырырға ниәтләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Заманса предприятиелар ҙа беҙҙең халыҡҡа бик ҡыҙыҡлы. Сәнәғәт туризмы – эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуға, квалификациялы кадрҙар йәлеп итеүгә, йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреүгә ҙур өлөш ул.
Төбәк етәксеһе Мәғариф һәм фән министрлығына республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы менән берлектә Башҡортостандың төп предприятиеларына, шул иҫәптән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн экскурсиялар ойоштороу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.