Иҡтисад
31 Август 2022, 15:15

"Сателлит" заводы быйыл яңы цех асасаҡ

Предприятиела 139 кеше эшләй, уртаса хеҙмәт хаҡы - 60 мең һум самаһы.

"Сателлит" заводы быйыл яңы цех асасаҡ"Сателлит" заводы быйыл яңы цех асасаҡ
"Сателлит" заводы быйыл яңы цех асасаҡ

Бөгөн Благовещенға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Сателлит” заводы майҙансығында булды. Предприятие нефть-газ һәм химия сәнәғәте өсөн үткәргес торба арматураһы сығарыуҙа махсуслаша.

Завод директоры Олег Зарипов һөйләүенсә, производство әҙер изделиеларҙы әҙерләү, йыйыуҙан алып һынау һәм уларҙың сифатын тикшереүгә тиклем тулы технологик цикл буйынса ойошторолдо.

– Беҙ сит илдекенә оҡшаш продукция сығарабыҙ. Улар – шарлы крандар, һаҡлаусы клапандар, биксәләр. Изделиеларҙың йыллыҡ күләме 14 мең данаға етә, – тине ул. – 2021 йылда беҙ кардан тапшырыу мөмкинлеге булған квалификациялы клапандар блоктарына патент алдыҡ. Рәсәй баҙарында беҙҙең продукцияны төп ҡулланыусылар – эре нефть-газ сығарыу һәм эшкәртеүсе компаниялар.

Предприятиела 139 кеше эшләй, уртаса хеҙмәт хаҡы - 60 мең һум самаһы.

Предприятиела продукция сығарыу күләмен арттырыу өсөн 2022 йылдың сентябрендә яңы етештереү цехын сафҡа индерергә ниәтләйҙәр, тип хәбәр итте Олег Зарипов. Был проектҡа инвестициялар күләме – 340 миллион һум. Уны тормошҡа ашырыу 75 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

– Компаниябыҙға нефть-газ форумдарында һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуына булышлыҡ итеүегеҙҙе һорайбыҙ, – тине предприятие директоры.

Радий Хәбиров республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына заводты профилле күргәҙмә экспоненттары составына индереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас