

1 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районында сәнәғәт предприятиеларында һәм туристик-рекреация объекттарында булды.
Асҡар ауылында ул “Ҡурай” мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү барышы менән танышты. Йәмәғәт урыны “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса яңыртыла.
– Парктың дизайн-проекты республиканың милли стилендә эшләнгән. Эсе ҡурай сәскәһе кеүек итеп яһалған. Был биләмә ял һәм муниципалитеттың мәҙәни саралар үткәреү майҙансығына әйләнергә тейеш. Бында ял итеү өсөн яҡтыртылған юлдарҙы, уйын майҙансыҡтарын, һыу аттракциондарын йыһазландырырға уйлайбыҙ. Парк ғаилә менән ял итеү урыны буласаҡ. Төрлө йәштәге быуын кешеләре күңеленә ятҡан шөғөлдө табасаҡ, – тип уртаҡлашты Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов.
Төҙөүселәр паркты яңыртыуҙың беренсе этабын тамамлаған. Элекке соҡорҙа пляж һәм ял итеү урыны буласаҡ. 2023 йылда төҙөкләндереүҙең икенсе этабы тормошҡа ашырыласаҡ – балалар өсөн ҙур майҙансыҡ һәм сәхнә ҡуйыласаҡ.
Башҡортостан Башлығы “Әбйәлил урманы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙансығын ҡараны. Предприятие 2007 йылдан ағас әҙерләү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнә, төрлө төҙөлөш материалдары, күмер етештерә.
“Әбйәлил урманы” йәмғиәте директоры Ишморат Әминев компанияның өй, мунса буралары әҙерләүе тураһында һөйләне. Тауарҙы үҙҙәренең транспортында заказсыға алып баралар. Предприятиела урман фондын янғындан, рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙарҙан һаҡлауға, шулай уҡ төрлө ҡоротҡостарға, ауырыуҙарға ҡаршы көрәш сараларына ҙур иғтибар бирә.
“Әбйәлил урманы” - райондағы эре ҡуртымсыларҙың береһе. Предприятиела 45 кеше эшләй.
– 2012 йылдан өлгөргән ҡайындан ағас күмере етештерә башланыҡ. Ошондай юл менән ҡырҡындыларҙы таҙартабыҙ һәм яңы үҫентеләр ултыртабыҙ. Ике мейестең дөйөм ҡеүәте йылына 880 тонна күмер сығарыу мөмкинлеген бирә. 2023 йылдың икенсе кварталында өсөнсө мейесте эшләтеп ебәрергә йыйынабыҙ. Төҙөлөш материалдарын һәм күмерҙе урындағы баҙарҙа һатабыҙ, шулай уҡ Ҡаҙағстанға, Силәбе өлкәһенә сығарабыҙ, – тине Ишморат Әминев.
Радий Хәбиров ағас эшкәртеүселәргә уңыштар теләне, уларҙың урман фондына һаҡсыл ҡарашын билдәләне.
Республика етәксеһе Асҡар ауылы эргәһендәге “Урал батыр” күңел асыу паркының төҙөлөш майҙанында булды. Проектты “Информтехника” ғәмәлгә ашыра. Ойошма директоры Руслан Шәғәлин 153 мең квадрат метр участкала балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, тау саңғыһы комплексы, тюбинг трассаһы, кафе, бағыр хужалығы, шарлауыҡ һәм башҡа рекреация объекттары урынлашасағы тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, быйыл ҡыш тау саңғыһы трассаһы эшләй башлаясаҡ, ул әле 70 процентҡа әҙер. Әгәр был трасса эшләй башлаһа, урындағы спорт мәктәбендә тау саңғыһы секцияһы асырға йыйыналар.
Радий Хәбиров ҡунаҡхана, һыу объекттары төҙөлөшөн ҡарап сыҡты, уға һалынған аҡса күләме менән ҡыҙыҡһынды. Руслан Шәғәлин әйтеүенсә, бында 120 миллион һум күләмендә инвестиция һалынасаҡ.
Башҡортостан Башлығы туристар өсөн яңы урындың киләсәген ыңғай баһаланы һәм проектҡа ярҙам итеү өсөн “Информтехника” компанияһы вәкилдәрен республиканың “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.