

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Хәйбулла районынның Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылы халҡы, республикала үткән "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашып, еңеү яулаған ине.
Дүрт миллион һум приз аҡсаһын вәзәмдәр хоккей коробкаһы, балалар майҙансығы, урам сәхнәһен төҙөүгә һәм башҡа төҙөкләндереү эштәренә йүнәлтергә ниәтләй.
Әбеш ауыл биләмәһе сайтында хәбәр ителеүенсә, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылы халҡына конкурста ҡатнашҡан ваҡытта ауылдың Йәштәр урамына асфальт һалдырыуы хаҡында вәғәҙә биргән ине. Әйткән һүҙ үтәлгән. Бөгөн Вәзәм ауылы урамына асфальт түшәлә.
- Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылының Йәштәр урамы кешеләре асфальт һалыныуға ҙур ҡыуаныс белдерә, әгәр ҙә элек урамдан берәй техника үтеп китһә саң-туҙан күтәрелһә, ямғыр ваҡытында, яҙлы-көҙлө бысраҡ, шәре ятһа хәҙер ялтырап ятҡан асфальттан ғына йөрөйәсәктәр.
Сентябрь айында шулай уҡ Оло Әбеш ауылының Вәлиди урамының 1-14 йорттарында йәшәүселәрҙе лә ҡыуаныслы ваҡиға көтө, сөнки Вәзәм ауылы яғына барған юлдың асфальт һалынмай ҡалған өлөшө лә асфальтланасаҡ, - ти ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов.
Фото һәм текст сығанағы: Әбеш ауыл биләмәһе сайтынан.