

2 сентябрҙә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Башнефть” йәмғиәте генераль директоры Андрей Лазеев Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты.
Радий Хәбиров төбәктең яғыулыҡ-энергетика комплексы белгестәрен, ветерандарҙы байрам менән ҡотланы. Республика етәксеһе “Башнефть” структураһына ҡараған предприятиелар, ойошмалар хеҙмәткәрҙәренә дәүләт, ведомство наградаларын тапшырҙы.
- Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө - Башҡортостан өсөн төп байрамдарҙың береһе. 90 йыл элек Ишембай районында нефть ятҡылығын асыу менән илебеҙҙең яғыулыҡ-энергетика комплексы үҫешендә “башҡорт” этабы башланды. Һөнәри байрам алдынан ветерандарға тәрән хөрмәт белдерәм. Һеҙ республикабыҙҙың төп байлығын барлыҡҡа килтерҙегеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – “Башнефть” – Башҡортостандың көслө, төп партнеры. Уның менән ышаныслы һәм конструктив мөнәсәбәттәр булдырҙыҡ. Компания төбәктәге алдынғы һалым түләүселәрҙең береһе булып тора.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ “Башнефть” компанияһының фәнни-техник ҡаҙаныштарын да билдәләне, уның социаль программаһын юғары баһаланы.
- Һуңғы биш йылда компания йәһәтенән хәйриә эшмәкәрлеге 18 миллиард һумға етте. Был – беҙҙә йәшәүселәр өсөн 10-лаған дауахана, мәктәп, балалар баҡсаһы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы. Бының өсөн ҙур рәхмәт! Беҙҙең тығыҙ хеҙмәттәшлек артабан да дауам итер тип ышанам, - тине Радий Хәбиров. - Шулай уҡ баш компания “Роснефть”кә һәм уның етәксеһе Игорь Иванович Сечинға ла рәхмәт белдерәм. “Башнефть”тең оҫта етәкселеге һәм хәстәрлеге һөҙөмтәһендә ябай булмаған шарттарҙа тотороҡло үҫеш тәьмин итәбеҙ. Былтыр ғына “Башнефть” етештереүгә 42 миллиард һум инвестицияланы. Барлыҡ нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә сәләмәтлек, именлек, яңы хеҙмәт уңыштары теләйем!
“Башнефть” йәмғиәте генераль директоры Андрей Лазеев Башҡортостан етәкселегенә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.
Тантаналы сара Башҡортостандың сәнғәт оҫталары һәм ижади коллективтарының байрам концерты менән тамамланды.
Фото: glavarb.ru