Иҡтисад
2 Сентябрь 2022, 10:20

Хеҙмәт династияһын дауам итәләр

Гөлфиә һәм Ринат Вәлиевтәр Мәскәүгә күсенеп килгән.

Хеҙмәт династияһын дауам итәләрХеҙмәт династияһын дауам итәләр
Хеҙмәт династияһын дауам итәләр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә” селтәрендә бына нимә тураһында белдергән:

– Нефть һәм газ сәнәғәтендә иң мөһиме - кешеләр. “Башҡортостандың һоҡланғыс кешеләре тормошо” рубрикаһында газ һәм транспорт династиялары – Вәлиевтәр ғаиләһе тураһында һөйләйем.

Радий Фәрит улы билдәләүенсә, Стәрлетамаҡтан булған йәш ғаилә Гөлфиә һәм Ринат Вәлиевтәр Дүртөйлө районында “Баштрансгаз”дың компрессор станцияһы төҙөлөшө тураһында ишеткән. Улар ҡыҙыу төҙөлөш барған Мәскәү ауылына күсенеп килгән. Ринат Мәғәфүр улы ошо предприятиеның урындағы филиалына – технологик компрессор машинисы, ә Гөлфиә Ғилман ҡыҙы электр механигы булып эшкә урынлашҡан.

"Гөлфиә һәм Ринат Вәлиевтәрҙең өс балаһы ла – Илнар, Айҙар һәм Алина ата-әсәһенең юлынан китергә ҡарар иткән, – тигән Радий Хәбиров. – Егеттәр "Газпром трансгаз Өфө” (элек – “Баштрансгаз”)  йәмғиәтенең Дүртөйлө филиалында эшләй. Вәлиевтәрҙең ғаиләһендә ейәндәр буй еткерә. Республика инженер лицей-интернатын тамамлаған Тимур Санкт-Петербург ҡалаһындағы Тау университетына (“Нефть һәм газ эше” белгеслеге)  уҡырға ингән. Тимәк, Вәлиевтәрҙең хеҙмәт династияһы дауам итә", - тип яҙған ул.

Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәре.

Автор:Ильдар Акьюлов
Читайте нас