

2 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктәр үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе.
- Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Яңауылды һыу менән тәьмин итеү системаһын яңыртыу һәм Учалыла яңы ҡаҙанлыҡ төҙөү буйынса проекттарға ярҙам итеүгә заявкаларын хупланыҡ, - тип билдәләне вице-премьер.
Федераль займды иҫәпкә алып, ошо проекттарҙы финанслауҙың дөйөм күләме – 490 миллион һум.
- 2022-2023 йылдарҙа Яңауылды һыу менән тәьмин итеү системаһын яңыртырға планлаштырабыҙ. Ғәмәлдәге селтәрҙәр 90 проценттан күберәк туҙған. Федераль ярҙам һөҙөмтәһендә 25,5 саҡрымлыҡ һыу үткәргес селтәрен тулыһынса яңыртасаҡбыҙ, насос станцияһы һәм 1 500 кубометрлыҡ ике таҙа һыу резервуары төҙөйәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Учалыла 2023 йылда 48 МВт ҡеүәтле яңы ҡаҙанлыҡ төҙөй башлайбыҙ. Был ҡала халҡын 2024 йылдан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатынан йылылыҡ менән тәьмин итеү туҡтатылыу сәбәпле, йылылыҡ энергияһы менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Дөйөм алғанда, ошо ике проектты тормошҡа ашырыу аварияларҙы һәм селтәрҙәрҙең туҙыуын кәметергә, һыуҙың һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығын тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.
Марат Хөснуллин шулай уҡ Өфөнән Көнсығыш сығыу юлындағы юл эштәре менән ҡыҙыҡһынды.
- Федераль ярҙам һөҙөмтәһендә республика өсөн мөһим был объектта бөтә эштәрҙе ваҡытында башҡарабыҙ. Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн 2023 йылдың аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ, - тине Радий Хәбиров.
- Ике аҙна элек төҙөлөп ятҡан Мәскәү-Өфө-Екатеринбург трассаһының һеҙҙәге участкаһын ҡараным. Эштәрҙең нисек барыуы менән таныштым. Дөйөм алғанда, һеҙҙең объекттар буйынса әҙерлек кимәле насар түгел, - тип билдәләне Марат Хөснуллин.
Сығанаҡ һәм фото: glavarb.ru