

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү - ил Президенты Владимир Путин ҡуйған милли маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа төп бурыстарҙың береһе. Иҡтисадтың ниндәй темпта үҫеүе был тармаҡта барған процестарҙан тора.
Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең берҙәм реестры мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 2,5 меңгә артып, 123 мең тәшкил иткән. Йыл башынан 16 мең яңы предприятие барлыҡҡа килгән.
Тышҡы баҫымға ҡарамай ыңғай динамика күрһәтеү ваҡытында ҡабул ителгән көрсөккә ҡаршы саралар арҡаһында мөмкин булды.
Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү институттары тарафынан льготалы шарттарҙа кредиттар, лизингтар бирелә.
Йыл башынан “БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың микрокредит компанияһы” тарафынан 213 кешегә 313, 1 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. “Төбәк лизинг компанияһы” 40 эшҡыуарға 396,6 миллион һум биргән. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса БР агентлығы” бер миллиардтан ашыу һумға 140 яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған.
Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте бизнесты льготалы кредитлау программаһына үҙгәрештәр индерҙе. РФ Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин белдереүенсә, кесе һәм микропредприятиелар - 4,5, ә урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өс процент менән займ алыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Аҡсаны ҡорамалдар һатып алыуға, капиталь ремонт эшләүгә, яңы продукция етештереүгә йүнәлтергә мөмкин буласаҡ.
Башҡортостан предприятиелары дәүләт ярҙамы алыу өсөн, аккредитацияланған һәр банкка мөрәжәғәт итә ала. Һылтанма: https://corpmsp.ru/about/partners/list_banki/ “, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.