

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә түбәндәге яңылыҡ менән уртаҡлашты.
"Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә шарттар тыуҙырыу өсөн беҙҙең эштә йәнә бер йүнәлеш барлыҡҡа килде – ул республикабыҙҙа туристик-мәғлүмәт үҙәге селтәрен төҙөү. Бөгөн шундай үҙәкте Өфө ҡалаһында Ҡунаҡһарай биләмәһендә астыҡ. Баш ҡалабыҙҙа тағы ла улар Ағиҙел яры буйындағы Дуҫлыҡ монументы һәм Салауат Юлаев һәйкәле тирәһендә һәм Сипайловола бар. Визит-үҙәктәр “Торатау” һәм “Янғантау” геопарктарында һәм Павловкалағы Ҡыҙыл Шишмәлә уңышлы эшләй. Ошондай үҙәктәрҙе тотош республикабыҙ буйынса асыу эш планына ингән, шул иҫәптән федераль ярҙам иҫәбенә. Туристар өсөн бөтә файҙалы мәғлүмәтте бер урынға йыйырға уйлайбыҙ. Мәҫәлән, бында бушлай карта, иҫтәлекле урындар һәм ҡунаҡханалар хаҡында белешмә алып була, гид һәм тәржемәселәрҙе лә белә алабыҙ", - тип яҙған ул.
Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Ҡунаҡһарай" сауҙа-эшлекле комплексы эргәһендә туристик-мәғлүмәт үҙәкте – ҡала үҙәгендәге тарихи иҫтәлекле урынды асыу тантанаһында ҡатнашҡан.
Радий Хәбиров туристик-мәғлүмәт үҙәкте ҡараған, сувенирҙар һәм реклама продукциялары менән танышҡан. Башҡортостан Башлығы туризм индустрияһы вәкилдәре менән кәңәшмә үткәргән.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика, төбәккә ылыҡтырыусанлыҡты арттырыу маҡсатында, бихисап эре проекттарҙы тормошҡа ашыра. Шулар иҫәбендә Совет майҙанында Рәсәй Геройы генерал-полковник Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу, Башҡортостан Фән һәм мәҙәниәт һарайын төҙөү, Воскресенк ауылында баҡыр иретеү заводын реконструкциялау.
"Бынан тыш ҙур проектты башланыҡ – Шишмә районында күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейын төҙөйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Быға бик етди ҡарайбыҙ. Хәҙерҙән үк бизнес-партнерҙар менән һөйләшеүҙәр алып барырға әҙербеҙ".
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.