

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров нефть һәм газ өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
“Бөгөн айырым хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәре – ошо тармаҡ ветерандарына. Туҡһан йыл элек Ишембайҙа Башҡортостандағы беренсе нефть ятҡылығын асҡандар. Был республикабыҙҙың артабанғы үҫеше тарихына йоғонто яһаған, иҡтисадтағы, социаль өлкәләге, фәндәге, мәғарифтағы һәм башҡа тармаҡтарҙағы ҡаҙаныштарына нигеҙ һалған”, - тип яҙҙы Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Ул нефть һәм газ сәнәғәтенең төбәк иҡтисады нигеҙе булыуын билдәләне.
“Был тармаҡтарҙағы тотороҡлолоҡ күп осраҡта Башҡортостандың һәм тотош илебеҙҙең уңышлы социаль-иҡтисади үҫешен билдәләй. Ихлас күңелдән уңыштар, сәләмәтлек, үҫеш теләйем!” – тине Башҡортостан Башлығы.
Фотолар: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.