Иҡтисад
5 Сентябрь 2022, 14:45

Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә - дәүләт ярҙамы

Андрей Назаров: "Республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә биш миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән".

Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә - дәүләт ярҙамыАуыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә - дәүләт ярҙамы
Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә - дәүләт ярҙамы

5 сентябрҙә Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Унда тоҡомло продукция, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алыуға, үҫемлекселек һәм малсылыҡҡа, шулай уҡ ауыл хужалығын страховкалауға субсидиялар биреү мәсьәләләре ҡаралды.

- Хәҙер ауыл хужалығында - иң әүҙем осор. Мал аҙығы әҙерләү, урып йыйыу эштәре алып барыла, ужым культуралары сәселә. Бөгөнгө көндә урып йыйыу эштәренең тиҙлеге былтырғыға ҡарағанда юғарыраҡ. Майҙандарҙың 80 проценты һуғылған һәм дүрт миллион тонна ашлыҡ йыйып алынған. Уҙған һигеҙ айҙа республика аграрийҙары 7,3 миллиард һумға 2050 берәмек яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Был йүнәлештә "Росагролизинг" компанияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Йыл башынан алып улар аша республикаға ике миллиард һумға 305 берәмек техника алынған. Республикала тормошҡа ашырылған дәүләт ярҙамы саралары ла ауыл хужалығын планлы үҫтереүгә булышлыҡ итә. Бөгөнгө көнгә биш миллиард һум аҡса алыусыларға еткерелде, - тине Премьер-министр.

Республика ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә ярҙам итеү йүнәлештәре тураһында ентекләберәк Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.

- Башҡортостан малсылыҡ продукцияһын етештереүсе иң эре төбәк булып тора һәм тоҡомло мал башы буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Әлеге ваҡытта республикала 83 тоҡомсолоҡ ойошмаһы иҫәпләнә, һөт йүнәлешендәге тоҡомло мал байтаҡ өлөштө биләй. Ағымдағы йылдың ете айында 1,1 мең баштан ашыу тоҡомло йәш һыйыр малы һатып алынған, шуларҙың 959 башы - һөт йүнәлешендә. Йыл һайын республикала тоҡомло малсылыҡҡа етди дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Әйтәйек, 2022 йылда ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә 344 миллион һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән республика ҡаҙнаһынан - 67 миллион һум, - тип билдәләне вице-премьер.

Бынан тыш, Илшат Фәзрахманов һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы техникаһын әүҙем яңыртыу һәм алты ярҙам йүнәлешен берләштергән "компенсациялаусы субсидия" тураһында һөйләне.

Ултырышта билдәләүҙәренсә, 2022 йылда субсидиялар биреүҙең бер нисә үҙенсәлеге билдәләнгән. Атап әйткәндә, заявкалар ҡабул итеү ваҡыты 10 календарь көнгә тиклем ҡыҫҡартылыуы, субсидиялар биреү һөҙөмтәләренә өлгәшеү ваҡытының оҙайтылыуы ихтимал. Бынан тыш, һалым бурысы буйынса һайлап алыуҙа ҡатнашыусыларға шарттар билдәләнгән.

Мәсьәләне тикшереү йомғаҡтары буйынса Андрей Назаров тәҡдим ителгән ҡарар проекттарын ҡабул итергә тәҡдим итте. Быйыл профилле дәүләт программаһының төп маҡсатлы күрһәткестәренә өлгәшергә кәрәк, тип билдәләне ул.

Премьер-министр республиканың Ауыл хужалығы министрлығына 1 декабргә тиклем ауыл хужалығына ярҙамға бүленгән средстволарҙы тулыһынса үҙләштереүҙе һәм агросәнәғәт комплексы предприятиеларының ужым культуралары сәсеүлектәре майҙандарын страховкалау буйынса эштәрҙе ваҡытында үткәреүен тәьмин итергә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас