

Быйыл республиканың хужалыҡтары яҡшы уңыш йыя. Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, келәттәргә ингән ашлыҡ дүрт миллион тонна сиген үткән.
– Беҙҙең иген уңышы дүрт миллион тоннанан ашты. Әлегә бөтәһен дә урып бөтмәнек, 80 проценттан күберәген алдыҡ. Быйыл һөҙөмтәләр яҡшы, һауа торошо ла һәйбәт булды – гектарҙан 29 центнер. Ямғыр ваҡытында уңыш йыйыу, әлбиттә, ауырыраҡ буласаҡ. Әммә мин һеҙҙең көскә ышанам, ауыл эшсәндәре мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк. Бөтәһенә лә уңыштар теләйем", – тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фото: vk.com/wall413272232_870970