

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров кәңәшмә үткәрҙе. Унда граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программа һәм етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында ла һүҙ барҙы.
– Адреслы программа буйынса 1,7 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде, – тине Андрей Назаров. – Шуныһы, республика бюджетынан 93,5 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Тағы ла 186,4 миллион һум аҡса муниципаль бюджеттарҙан бүленде, 1,4 миллиард һум аҡса – федераль бюджеттан. Программала ҡатнашыусылар – республикабыҙҙың 26 муниципаль ойошмалары. Авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсергәндә уларға яңы торлаҡ йәки аҡса бирелә. 2019-2021 йылдар арауығында Башҡортостанда 58 меңдән ашыу квадрат метр йорттан күсенгәндәр. Беҙ маҡсатлы күрһәткестең 136 процент сиген үттек.
Андрей Назаров әйтеүенсә, бөгөн адреслы программаның аҙаҡҡы этабын тормошҡа ашырғанда 15 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.