Иҡтисад
5 Сентябрь 2022, 15:15

Туристик индустрияны үҫтереүгә иғтибар арта

Республика бюджетынан был тармаҡҡа субсидиялар биреү тәртибе әҙерләнә.

Туристик индустрияны үҫтереүгә иғтибар артаТуристик индустрияны үҫтереүгә иғтибар арта
Туристик индустрияны үҫтереүгә иғтибар арта

5 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән ултырышта туристик индустрияны үҫтереүгә субсидиялар бүлеү мәсьәләһе ҡаралды.

Республика Хөкүмәте туризмды үҫтереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә, тип билдәләне Андрей Назаров. Туристик объекттарға юлдар төҙөлә һәм ремонтлана, навигация инфраструктураһы, популяр ял итеү урындары төҙөкләндерелә, шулай уҡ республика буйынса тематик фестивалдәр ойошторола.

Былтыр Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты старт алды. Аҡсаның күпселек өлөшө инфраструктураны яңыртыуға йүнәлтелгән. 10 августа Башҡортостанда 2035 йылға тиклем Туризмды үҫтереү стратегияһы раҫланды.

- Стратегия республикала эске һәм ситтән килеү туризмын комплекслы үҫтереүгә йүнәлтелгән. Төп бурыс - сифатлы һәм конкурентлыҡҡа һәләтле туристик продукт булдырыу, уны үҫтереү өсөн шарттар булдырыу. Быйыл Башҡортостан федераль ярҙамды файҙаланыу буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе булды. Туризм буйынса федераль агентлыҡтан 336 миллион һум алабыҙ. Киләһе йылда яңы туристик маршруттар эшләргә, һыу һәм пляждар эргәһендә ял зоналары төҙөргә, кемпингтар төҙөргә, яңы мәғлүмәт үҙәктәре, сәләмәтлегендә үҙенсәлектәре булған туристар өсөн кәрәкле шарттар булдырырға ниәтләйбеҙ, - тине Андрей Назаров.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов ведомствоның 2022 йылда туристик индустрияны булдырыуға һәм үҫтереүгә бәйле сығымдарҙы финанс яҡтан тәьмин итеүгә республика бюджетынан субсидиялар биреү тәртибе әҙерләнеүен хәбәр итте. Күҙаллауҙарға ярашлы, ошо ярҙам сараһын ғәмәлгә ашырыу 100 миллион һумдан кәм булмаған күләмдә шәхси инвестициялар йәлеп итергә, 126 яңы эш урыны булдырырға, 2023 йылда республика ҡаҙнаһына 45 миллион һумдан кәм булмаған һалым керемдәре индерергә мөмкинлек бирергә тейеш, тип билдәләне ул.

Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтенең 2022 йылда туристик индустрия субъекттарына Башҡортостан бюджетынан субсидиялар биреү тәртибен раҫлау тураһында ҡарар проектын хупланы. Шулай уҡ Премьер-министр Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына туристик хеҙмәттәрҙең сифатын, хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе айырым контролгә алырға, Ростуризмдың заявка кампанияларында ҡатнашыуҙың сифат яғынан яңы кимәленә сығыу өсөн федераль ярҙамдың бөтә мөмкинлектәрен тейешенсә файҙаланырға, Туризм.РФ һәм Бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиелары корпорациялары менән хеҙмәттәшлектең максималь һөҙөмтәлелеген тәьмин итергә ҡушты.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас