Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Сентябрь 2022, 20:45

Воскресенск ауылын нимә көтә?

Алан Марзаев эш сәфәре менән Стәрлетамаҡта һәм Мәләүез районының Воскресенск ауылында булды.

Воскресенск ауылын нимә көтә?
Воскресенск ауылын нимә көтә?

Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр итеүҙәренсә, эш сәфәре сиктәрендә вице-премьер объекттар төҙөлөшөн тикшерҙе, улар иҫәбендә - "Воскресенск заводының арт-үҙәге" һәм "Тоҙ пристане" Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙың һәм тарихи биләмәләрҙең уңайлы ҡала мөхитен булдырыу конкурсында еңгән проекттар, шулай уҡ Стәрлетамаҡта 1-се гимназияны реконструкциялау, Стәрле йылғаһының яр буйын төҙөкләндереү.

Күсмә эш сәфәрендә шулай уҡ Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Артур Дәүләтшин һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников ҡатнашты.

"Воскресенск ауылының энергетикаһы бик көслө. Ауылға килеп ҡайтҡан кешеләр үҙҙәре өсөн күп файҙалы нәмәләр таба алыр, тип ышанам. Мәҙәни мираҫ объекты буйынса юл картаһын әҙерләйәсәкбеҙ, башҡараһы эштәр байтаҡ", - тип билдәләне вице-премьер Алан Марзаев.

Әлеге ваҡытта Воскресенск ауылында элекке баҡыр иретеү заводы проектын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабы тамамланған. Эргә-тирә биләмәне, спорт зонаһын төҙөкләндереүҙе, заманса яҡтыртыу системаһын монтажлауҙы, бәләкәй архитектура формалары ҡуйыуҙы үҙ эсенә алған икенсе этап эштәре алып барыла. Бөтә сараларҙы ла ағымдағы йылдың октябрь аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Был объект төрлө ҡалаларҙан бик күп туристы йәлеп итеү урыны булып тора.

Стәрлетамаҡта "Тоҙ пристане" йәмәғәт киңлектәрен һәм Стәрле йылғаһы ярын төҙөкләндереү әүҙем бара. Эштәр составында йәйәүлеләр һәм велосипед юлдары, шулай уҡ пляж зонаһы булдырыу ҡаралған. Ошо объекттарҙы төҙөкләндереү эштәре 2023 йылда тамамлана.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: