Иҡтисад
6 Сентябрь 2022, 15:15

Үҙебеҙҙең продукцияға ихтыяж арта

Радий Хәбиров Өфөлә “ПромЦентр” индустриаль паркының үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Үҙебеҙҙең продукцияға ихтыяж артаҮҙебеҙҙең продукцияға ихтыяж арта
Үҙебеҙҙең продукцияға ихтыяж арта

6 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “ПромЦентр” индустриаль паркында булып, бында эшләгән предприятиелар һәм яңы производство корпусын төҙөү барышы менән танышты.

Индустриаль парк 2014 йылда Өфөнөң Шакша микрорайонында 13,6 гектар биләмәлә булдырыла. Был биналар һәм ҡоролмалар комплексының дөйөм майҙаны 76 мең квадрат метрҙан ашып китә. Унда етештереү, склад, сауҙа һәм офис биналары урынлашҡан. Парктың резиденттары ҡала, республика кимәлендә ярҙам ала. Үҫешкән инфраструктура арендаторҙарға башҡа проблемаларға иғтибар бүлмәй, барлыҡ көстө бизнес үҫешенә йүнәлтергә мөмкинлек бирә.  

Бында 13 предприятие эшләй, ә 87 ойошма майҙанды ҡуртымға алған. “ПромЦент” резиденттары барлығы 1,6 мең эш урыны булдырған.

"Парктың идарасы компанияһы уның үҫешенә 1,7 миллиард һумдан ашыу аҡса инвестицияланы, ә резиденттар – 400 миллион һум, -тине “ПромЦентр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Павел Васильев. – “ПромЦентр”ҙа эшләүселәрҙең һалым бүлемдәре федераль ҡаҙнаға 6,4 миллиард һум тиерлек, республиканыҡына 1,6 миллиард һум тәшкил итте".

2018 йылда бында майҙаны 5,5 мең квадрат метрға тиң яңы корпус файҙаланыуға тапшырылды, 2020 йылда 9,4 мең квадрат метрлыҡ тағы ла берәү.

Уҙған йылда индустриаль парк инвестпроектты тормошҡа ашыра башланы. Майҙаны 40 мең квадрат метрлыҡ производство-склад корпустарын төҙөү ниәтләнә, 10,5 мең квадрат метр ҙурлыҡтағы тәүге бинаны быйыл декабрҙә төҙөп бөтөү планлаштырыла.

"Төҙөлөш башында уҡ был майҙансыҡтарҙы биләргә теләгән эшҡыуарҙар сираты барлыҡҡа килде. Был - ҡарарҙың дөрөҫлөгөн сағылдырған төп күрһәткес. Тимәк, беҙгә был эште дауам итергә кәрәк", – тине Радий Хәбиров.

“ПромЦентр”ҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров индустриаль парк биләмәһендә эшләүсе предприятиеларҙың етәкселәре менән аралашты. Улар үҙҙәренең продукцияһына, шул иҫәптән сит ил заказсылары тарафынан ихтыяж артыуын билдәләне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас