Иҡтисад
6 Сентябрь 2022, 10:15

Көнбайыштан килмәһә, үҙебеҙҙекеләр ҙә етештерә ала

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Юрал Минералс” компанияһының етештереү майҙансығын ҡараны

Көнбайыштан килмәһә, үҙебеҙҙекеләр ҙә етештерә алаКөнбайыштан килмәһә, үҙебеҙҙекеләр ҙә етештерә ала
Көнбайыштан килмәһә, үҙебеҙҙекеләр ҙә етештерә ала

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Юрал Минералс” компанияһының етештереү майҙансығын ҡараны. Бында ҙур үлсәмле резина-техник әйберҙәр етештерәләр.

Предприятиеның генераль директоры Андрей Гладышев ҡоролмаларҙы һәм деталдәрҙе механик зарарланыуҙан һаҡлаусы футеровка етештере-ҙәре тураһында һөйләне.

“Башҡа төрлө әйберҙәр ҙә етештерәбеҙ, уны ҡороу һәм эшләтеп ебәреү барышында белгестәрҙе лә өйрәтәбеҙ. Уларҙы Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙәге 50-нән ашыу тау-мәғҙән предприятиеһы ҡуллана, 2022 йылда санкциялар индереү һөҙөмтәһендә беҙгә килгән заказдар күләме өс тапҡырға артты”, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы продукцияны етештереү технологияһы менән танышты, предприятие етәкселеге менән киләсәк үҫеш тураһында фекер алышты.

“Көнбайыштан килтереү туҡтатылған әйберҙәрҙе үҙебеҙҙә етештереү буйынса киң мөмкинлектәр асыла”, – тине Радий Фәрит улы. – “Юрал Минералс” тау сәнәғәте өсөн резина техник әйберҙәр етештереү баҙарында бушап ҡалған урынды оҫта файҙалана. Компанияның табышы быйыл 1,7 тапҡырға артырға мөмкин”.

Етештереү күләмен арттырыу өсөн компания өҫтәмә майҙан алырға теләй. Башҡортостан Башлығы Өфө хакимиәтенә ер майҙаны эҙләп табырға һәм теркәргә ҡушты.

Фото: glavarb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас