Иҡтисад
6 Сентябрь 2022, 15:31

Президент хупланы

Ете процентҡа тиклем кәмер тип көтөлә.

sibdom.rusibdom.ru
Фото:sibdom.ru

Рәсәй Президенты Владимир Путин Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумындағы сығышында ипотека ставкаһы хаҡындағы фекерҙәрен дә белдерҙе. “Ипотека буйынса ставканы ете процентҡа тиклем кәметергә мөмкин, тип иҫәпләйем, – тине ул. – Үҙәк банк төп ставканы төшөрә. Ошо сәбәпле, льготалы ипотека буйынса ставканы тағы бер тапҡыр кәметеп була, тип иҫәпләйем. Был юлы ете процентҡа тиклем”.

Президент шулай уҡ льготалы ипотека буйынса программа ваҡытының 2022 йыл аҙағына тиклем һаҡланыуы хаҡында әйтте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы ике йылда льготалы ипотека программаһы шарттары бер нисә тапҡыр алмашынды. Тәүләп программа 2020 йылдың апрелендә 6,5 проценттан артмаған ставка буйынса раҫланғайны. Ә кредит суммаһы баш ҡала төбәктәре өсөн – 12 миллион һум, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре өсөн алты миллион һум тәшкил итте. 2021 йылдың 1 июленән программа буйынса ставка ете процентҡа тиклем артҡайны, ә кредит суммаһы тотош ил буйынса өс миллион һумға тиклем кәмегәйне.

Быйыл яҙ Үҙәк банк ставкаһының ҡапыл 20 процентҡа тиклем артыуы сәбәпле, Хөкүмәт 1 апрелдән ставканы 12 процентҡа тиклем арттырып, һәм кредит буйынса беренсел лимит күләменә ҡайтып, программаны йәнә үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне.

“Әлеге сауҙа-иҡтисади ысынбарлыҡта яңы проекттарҙы башлап ебәреү еңел түгел, ете процентҡа льготалы ипотека төҙөлөштө туҡтатмаҫҡа булышлыҡ итәсәк, шуға был – көтөлгән сара”, – тигән фекерҙә Дөйөм Рәсәй “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” халыҡ фронты тематик майҙансығы эксперты Павел Склянчук.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас