Иҡтисад
6 Сентябрь 2022, 08:00

Шаҡшалағы индустриаль парк йылдам үҫә

Башҡортостанда бөтәһе 12 индустриаль парк һәм 18 технопарк бар

Шаҡшалағы индустриаль парк йылдам үҫәШаҡшалағы индустриаль парк йылдам үҫә
Шаҡшалағы индустриаль парк йылдам үҫә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә индустриаль һәм технопарктар тураһында яҙып сыҡты.

“Эшемдең тәүге көндәренән үк индустриаль һәм технопарктарҙың сәнәғәтте һәм бәләкәй бизнесты үҫтереү өсөн мөһим инструмент булыуын аңланым. Уларға беҙҙә ғәйәт ҙур ҡытлыҡ ине. Һәм беҙ уларҙы ойоштора башланыҡ. Парктарҙың бер өлөшө федераль аҡсаға ойошторола, икенсе өлөшөн беҙҙең Үҫеш корпорацияһы һәм Төбәк фонды төҙөй. Бөгөн Башҡортостанда бөтәһе 12 индустриаль парк һәм 18 технопарк бар. Уларҙа – 168 резидент, инвестицияның дөйөм күләме – 44 миллиард һумдан ашыу, 30 меңдән ашыу эш урыны булдырылған.

Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендәге “Сәнәғәт үҙәге” индустриаль паркының йылдам үҫеше ҡыуандыра. Әле бында күләмле инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уның буйынса декабрь аҙағында 10 мең квадрат метрлыҡ, артынса тағы ла 30 мең квадрат метрлыҡ өр-яңы етештереү-склад корпусын сафҡа индерәбеҙ.

Төҙөлөштөң башында уҡ был майҙандарҙы биләргә әҙер булған эшҡыуарҙарҙың сиратҡа баҫыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Был – ҡарарыбыҙҙың дөрөҫ булыуының төп күрһәткесе. Тимәк, ошо эште дауам итергә кәрәк.

P.S. Әйткәндәй, беҙҙең индустриаль һәм технопарктар системаһының ҡеүәтле үҫеше республиканың икенсе йыл рәттән ил төбәктәренең сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингын етәкләүенә лә булышлыҡ итте”, – тип яҙған төбәк етәксеһе.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

 

Шаҡшалағы индустриаль парк йылдам үҫә
Шаҡшалағы индустриаль парк йылдам үҫә
Шаҡшалағы индустриаль парк йылдам үҫә
Шаҡшалағы индустриаль парк йылдам үҫә
Шаҡшалағы индустриаль парк йылдам үҫә
Шаҡшалағы индустриаль парк йылдам үҫә
Шаҡшалағы индустриаль парк йылдам үҫә
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас