

Был хаҡта оператив кәңәшмәлә республика Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
– Башҡортостанда ужым культураларын йыйыуҙы тамамланылар тиерлек. 6 сентябргә майҙандарҙың 99 проценты һуғылған, 850 мең тонна ашлыҡ йыйып алынған. Ужым культураларының уңышы гектарынан 32,3 центнер тәшкил итте, – тине вице-премьер.
Республикала арпа, һоло, ҡарабойҙай, майлы культуралар йыйыу дауам итә. Дәүләкән һәм Әлшәй райондары аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуға төшкән.
Илшат Фәзрахманов мал аҙығы әҙерләү кампанияһы тураһында ла һөйләне. Төбәк хужалыҡтары 831 мең тонна бесән һәм 1,5 миллион тонна сенаж сапҡан. 32 район аграрийҙары силос әҙерләүҙе дауам итә.
2022 йылдан иген баҙарында ҡатнашыусылар етештереү күләме тураһында мәғлүмәттәрҙе “Иген” федераль дәүләт автоматлаштырылған системаһына индерергә тейеш. Башҡортостанда унда 2 249 ойошма теркәлгән. 2022 йылдың 1 сентябренән системала игендең йәки уны эшкәртеүҙән алынған продукттарҙың һәр партияһына оҙатыу документтарын рәсмиләштерергә кәрәк.
Республика Башлығы аграрийҙарға юғары эш һөҙөмтәләре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Дүрт миллион тонна иген йыйып алынған – был беҙҙең ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең ҙур еңеүе, – тине Радий Хәбиров. – Агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыуҙы дауам итәбеҙ, культураларҙы үҫтереүҙең заманса технологияларын индерәбеҙ. Дөйөм алғанда, республиканың мөмкинлектәре тулайым йыйымды биш-алты миллион тоннаға тиклем еткерергә мөмкинлек бирә.
Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.