

6 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Полимак” предприятиеһында булды. 2009 йылдан алып ул геоматериалдар әҙерләү һәм пластикты эшкәртеү менән шөғөлләнә. Ассортиментында геомембрана, георәшәткә, дренаж композиты, геотекстиль һәм юл сеткаһы бар. Уларҙы төҙөлөш тармағында әүҙем ҡулланалар.
"Беҙҙең продукция Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ихтыяж менән файҙаланыла. Беҙ Үзбәкстан, Азербайжан һәм башҡа илдәрҙең компаниялары менән уңышлы эшләйбеҙ, - тип һөйләне “Полимак”тың коммерция директоры Рөстәм Мирғәзәмов. – Дренаж геокомпозиты етештереү буйынса линияны Башҡортостандың сәнәғәт үҫеше фонды ярҙамында һатып алдыҡ".
Радий Хәбиров компания етәкселеге менән производствоны артабан үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Планда – яңы цехтар төҙөү, юл сеткаһы эшләү өсөн 180 миллиондан ашыу һумға технологик ҡорамал һатып алыу. Был 77 яңы эш урыны булдырырға һәм республиканың юл-төҙөлөш комплексын юғары сифатлы продукция менән тәьмин итергә булышлыҡ ҡыласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.