

2030 йылға Рәсәй иҡтисады 2021 йылғы кимәлен 17 процентҡа арттырасаҡ. Был “тиҙләтелгән адаптация” маҡсатлы сценарийын тормошҡа ашырған осраҡта буласаҡ.
Ошондай фараз менән Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников санкция шарттарында иҡтисади сәйәсәттең төп йүнәлештәре буйынс йомғаҡлау сессияһындағы сығышында белдерҙе. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин етәкселегендәге кәңәшмә 30 августа уҙғарылды.
М. Мишустин ҡушыуы буйынса Иҡтисади үҫеш министрлығы профилле ведомстволар менән берлектә Рәсәйҙең 2030 йылға тиклемге иҡтисади үҫешенең сценарийын әҙерләне. Тәҡдим ителгән системалы ҡарарҙар түбәнәйеүҙән туҡтап, 2024 йылда тотороҡло үҫешкә сығырға ярҙам итергә тейеш.
Бындай үҫеш темпына яңы социаль-иҡтисади программа ярҙамы менән өлгәшеү планлаштырыла. 30 августа уҙғарылған кәңәшмәлә уны әҙерләү һөҙөмтәләре барланды. Иҡтисади үҫеш стратегияһы блоктар рәүешендә тәҡдим ителәсәк. Улар - транспорт-логистика инфраструктураһы, импортҡа алмаш проекттарына ярҙам итеү, технологик үҙаллылыҡты тәьмин итеү, шәхси инвестиция әүҙемлегенә булышлыҡ һәм башҡалар.
Максим Решетников әйтеүенсә, иҡтисадтың ыңғай динамикаһын тәүге сиратта эске үҫеш тәьмин итәсәк.
Фото: "Башинформ".