

Әбйәлил районы ауылдары аша үткән юлдарҙа малдарҙың йөрөүенә һис тә аптырайһы түгел. Йәйен-ҡышын улар юл буйында. Район хакимиәте етәкселәренең иҫкәртеүҙәренә лә, юлдарҙа үлемесле аварияларҙың йыш булыуы ла мал хужаларының, бигерәк тә ат көтөүе хужаларының ҡолағына ла "эленмәй". Хәҙер әбйәлилдәр, атап әйткәндә Әлмөхәмәт ауылында йәшәгән берәү үҙенең аттары янына ишәк балаһын да алып ебәргән. Һәм уны аттар менән иркенлеккә сығарған. Тиҙҙән юлдарҙа ишәктәрҙе лә осратһағыҙ, һис тә аптырап ҡалма, водитель!
Фото һәм видео: "Серләшәйек" төркөмөнән.