Иҡтисад
7 Сентябрь 2022, 17:30

Ике аралағы бәйләнеш тағы ла нығыныр

Киләһе йыл Өфөлә Беларусь Республикаһы көндәре үтәсәк.

Ике аралағы бәйләнеш тағы ла нығынырИке аралағы бәйләнеш тағы ла нығыныр
Ике аралағы бәйләнеш тағы ла нығыныр

Республика Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһенән:

“Бөгөн Мәскәүҙә эшләйем. Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Юрий Леонидович Воробьёв менән осрашыуҙа Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең унынсы, юбилей, форумының деталдәре тикшерелде, ул киләһе йылда Өфөлә үтәсәк.

Был ҙур ваҡиға, беҙ уға алдан әҙерләнә башланыҡ. Ҡатнашыусылар ун йыллыҡ эш һөҙөмтәләрен барлаясаҡ, артабанғы перспективаларҙы билдәләйәсәк.

Киң программа планлаштырҙыҡ. Сараның бизнес өлөшөн, халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһен тәҡдим иттек. Беренсенән, Рәсәй менән Беларусь Республикаһының берлектәге предприятиелары продукцияһын күрһәтәсәкбеҙ – Башҡортостанда шундайҙар бар, яңылары төҙөлә.

Туғандаш халыҡтарға бер-беребеҙҙең бай йолалары, ижады менән танышырға мөмкинлек биргән ҙур мәҙәни сара үткәрәсәкбеҙ. Рәсәй һәм Белоруссия йәштәре араһында интеграция үҫешенә иғтибарҙы йүнәлтергә теләйбеҙ. Бының өсөн йәштәр форумы, мәктәп спорты фестивале үткәрергә планлаштырабыҙ.

Беҙҙең илдәрҙә 16 туғандаш ҡала бар, уларҙың лидерҙарын да сараға саҡырабыҙ.

Башҡортостандың Беларусь Республикаһы менән ни тиклем тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүен беләһегеҙ. Был - алдағы йылдарҙа үткән форумдарҙа ҡабул ителгән ҡарарҙар һөҙөмтәһе. Төбәктәребеҙ араһындағы бәйләнештәр нығыныр ғына тип көтәбеҙ”.

Фотолар Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән.

Ике аралағы бәйләнеш тағы ла нығыныр
Ике аралағы бәйләнеш тағы ла нығыныр
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас