

“Энергия пера” халыҡ-ара медиаконкурсы 15 сентябргә тиклем журналистарҙың энергетика өлкәһе хаҡындағы эштәрен ҡабул итә.
Конкурсҡа интернетта һәм төрлө баҫмаларҙа нәшер ителгән мәҡәләләр; авторҙарҙың аналитик материалдары; күҙәтеүҙәр; интервью; телевизион репортаждар, шул иҫәптән интернетта урынлаштырылған репортаждар; мәғлүмәт агентлыҡтарының махсус репортаждары һәм проекттары ҡабул ителә.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт: https://globalenergyprize.org/ru/2022/08/22/pravila-podachi-zayavok-na-mezhdunarodnyj-medijnyj-konkurs-energiya-pera/
Фото: c-o-k.ru