Иҡтисад
8 Сентябрь 2022, 11:50

Транспорт һәм төҙөлөш тармағында – ҙур ваҡиға

Сарала ҡатнашыусыларҙы бер нисә көн дауамында бай эшлекле программа көтә

Транспорт һәм төҙөлөш тармағында – ҙур ваҡиғаТранспорт һәм төҙөлөш тармағында – ҙур ваҡиға
Транспорт һәм төҙөлөш тармағында – ҙур ваҡиға

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 18 – 22 сентябрҙә Өфө беренсе “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресында ҡатнашыусыларҙы һәм сара ҡунаҡтарын ҡабул итә. Ул “Киләсәк төҙөлөшө” паркы биләмәһендә (Сик урамы, 178) уҙғарыла.

Конгресты Рәсәйҙең Транспорт, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтары ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора.

Әйткәндәй, Беларусь Республикаһы беренсе Халыҡ-ара конгрестың партнер иле буласаҡ. Уның эшендә ҡатнашҡан рәсми делегацияға Белоруссия Хөкүмәте Премьер-министры Роман Головченко етәкселек итәсәк. Сараға шулай уҡ Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә һәм Иран вәкилдәренең килеүе күҙаллана.

Конгреста алдынғы девелоперҙар, эксперттар, төҙөлөш материалдары етештереүселәр, финанс секторы, Рәсәй һәм дуҫ илдәрҙең юл-транспорт тармағы компаниялары вәкилдәре инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу өсөн ҡулай шарттар булдырыу, төбәк-ара һәм тармаҡ-ара бәйләнештәрҙе яйға һалыу мәсьәләләрен тикшерәсәк.

Сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы бер нисә көн дауамында бай эшлекле программа – ҙур сессиялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, махсус майҙансыҡтарҙың эше көтә. Конгрестың көн тәртибенә - һанлаштырыу, үҫеш, импортты алмаштырыу, шулай уҡ яңы технологиялар ҡулланыу, көрсөккә ҡаршы саралар һәм иҡтисадтың төп тармаҡтарына булышлыҡ итеү программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре инә.

“Стратегия-2030 – транспорт һәм төҙөлөш – яңы талаптар” пленар ултырышы конгрестың төп сараһын тәшкил итә. Унда федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары, партнер ил, бизнес вәкилдәре, эксперттар һ.б. сығыш яһай.

“Алға табан барыу” махсус күргәҙмәһе айырым иғтибарға лайыҡ. Экспозиция стендтарының биҙәлеше һәм төҙөлөшө ҡунаҡтарҙы Рәсәйҙәге һәм яҡын сит илдәрҙәге ҙур компанияларҙың техник һәм технологик ҡаҙаныштары менән таныштырасаҡ.

Асыҡ майҙансыҡта “КАМАЗ”, “МАЗ”, “Амкадор”, “Дортрансстрой”, “Минск трактор заводы”, “ДЭП №103”, “Башкиравтодор”, “Башавтотранс”, “Уралмаш”, “Акрос БР” компанияларының махсус техникаһы күрһәтелә.

Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан төҙөлгән объекттар менән таныштырасаҡтар. 120 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда пилотһыҙ осоу аппараттары, яңы биҫтәләр, ретроавтомобилдәр күргәҙмәһе, гастро-фестиваль, тантаналар, байрам концерты иғтибарға тәҡдим ителәсәк.

Өфөләге төп хоккей баталияһы майҙанында тәүге тапҡыр “Йөк машинаһының иң яҡшы водителе” бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы уҙғарыла. Еңеүселәрҙе ике категорияла шәхси беренселектә билдәләү ҡарала.

Сара барышында шулай уҡ Рәсәйҙең төп төҙөлөш ойошмалары саммиты, Рәсәй төбәктәренең һәм яҡын сит илдәрҙең Төҙөүселәр ассоциациялары съезы уҙғарыла, “Түбән хаҡтар марафоны”, Өфөнөң төҙөлөш майҙансыҡтарына танышыу туры ойошторола.

Сара Нефтекамала “НефАЗ” йәмғиәтенең 45 йыллығына арналған байрам менән тамамлана.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас