

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, VI Мәскәү финанс форумы сиктәрендә Волга буйы федераль округында Рәсәй субъекттарының финанс органдары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
– Бындай килешеү төҙөү беҙгә дәүләт финанс идаралығы өлкәһендә үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу һәм хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлеген бирә һәм берҙәм бюджет һәм һалым сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итә, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың финанс министры Лира Иғтисамова.
Шул иғтибарға лайыҡ, Рәсәйҙә беренсе тапҡыр финанс органдарының айырым етәкселәре тарафынан хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө, ул алға ҡуйылған мөһим бурыстарҙы оператив рәүештә хәл итергә мөмкинлек бирә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.