Иҡтисад
9 Сентябрь 2022, 12:20

Бал йәрминкәләренә килегеҙ!

Ете урында хуш еҫле бал, башҡа төрлө умартасылыҡ продукцияһын тәҡдим итәсәктәр.

Бал йәрминкәләренә килегеҙ!Бал йәрминкәләренә килегеҙ!
Бал йәрминкәләренә килегеҙ!

10-11 сентябрҙә баш ҡалалағы ете майҙанда хуш еҫле бал һатып алырға мөмкин, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы. Шулай итеп, татлы аҙыҡ һатып алырға теләүселәрҙе Дим районындағы Хәҡиҡәт урамы буйлап юл участкаһындағы (Таллин урамынан Ухтомский урамына тиклем), Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫелешендәге, Калинин районындағы Мушников урамы менән Баландин бульвары майҙансыҡтарында көтәсәктәр. Бынан тыш, Рабкоров урамындағы 3-сө, 5-се, 7-се, 20-се (Киров районы), Октябрь районындағы Спорт һарайы һәм Совет районындағы Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда шифалы бал һатып алырға мөмкин буласаҡ. Ошондай уҡ йәрминкәләр Беренсе Май урамындағы С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда ла ойоштороласаҡ, ә йәкшәмбе Калинин, Киров, Октябрь, Орджоникидзе райондарында буласаҡ.

Йәрминкәләрҙә ҡатнашыуға республиканың ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр, Өфөлә йәшәгәндәр һәм ҡунаҡтар саҡырыла.

Йәрминкәләр иртәнге сәғәт 10-дан 16 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

Фото: agriculture.bashkortostan.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас