Иҡтисад
9 Сентябрь 2022, 05:02

Беҙ Көнбайыш Европаға бәйле түгел

Республикала күпләп дарыу етештерелә.

finobzor.rufinobzor.ru
Фото:finobzor.ru

“Ғүмерҙә лә дарыу ашаған кеше түгелмен” тип әйтһәм, әҙ генә шыттырыу булыр. Дауаханала ятҡанда табиптар биргән “төймә”ләрҙе ҡапҡанымды әҙ-мәҙ хәтерләйем. Ошолар менән бер рәттән яҡындарым алып килгән төрлө үлән сәйҙәрен эсеп рәхәтләндем, ҡорот, эремсек һәм бүтән төрлө аҙыҡ-түлекте ашап кинәндем. Укол менән системанан баш тартыу мөмкин түгел ине. Ә инде коронавирус пандемияһы башланғас, бигерәк тә ошо ҡәһәрле сиргә ҡаршы көрәшкәндә, таблеткалар өҫтәлгә күпләп өйөлдө. Бер нисә көн һуҙымында уларҙы сәғәт һайын тигәндәй бөртөкләп ҡабул итергә мәжбүр булдым. Ә инде дарыуҙарҙың “бер туған ағаһы” – витаминдарҙы бәләкәйҙән яратам.

 

Беҙ – алдынғы

 

Витамин тигәндән, Өфө ҡала­һындағы “Фармстандарт-Өфө витамин заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең табыш килтереп эшләүен ишетеү – шатлыҡлы ла, ғорурланырлыҡ та хәл. Тимәк, бында күпләп хеҙмәт урындары булдырылған, уңғандар етештергән тауарҙы сират тороп алалар. Баҡтиһәң, ул тик витамин ғына сығармай, ә бүтән төрлө кәрәкле дарыуҙарҙы ла етештерә. Хәйер, беҙгә дуҫ булмаған илдәрҙең аяуһыҙ санкцияларына ҡаршы тороу ниәтендә Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан, уникаль препараттар һәм медицина әйбер­ҙәре етештереүҙе уңышлы дауам итә. Улар быға хәтлем сит илдә һатып алынғандарҙы тулыһынса алмаштыра. Республикабыҙҙың медицина сәнәғәте, импортҡа алмаш тәңгәлендә, илебеҙҙә алдын­ғылыҡты бирмәй.

– Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, беҙ ҙә эшмәкәрлегебеҙҙе бүтән йүнәлешкә көйләнек, үҙгәртеп ҡороу осоронда әллә ни ҡатмар­лыҡтар осраманы, – тип башланы һүҙен “Фармстандарт-Өфө витамин заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Наил Низаметдинов. – Ниңә кемгәлер бәйле булырға тейеш әле? Ниңә беҙ кемдәрҙер етештергән тауарҙы һаман да һатып алабыҙ? Киреһенсә, бөгөн беҙҙең тауарға ихтыяж шул хәтлем ҙур. Рәсәй генә түгел, ә беҙгә фекерҙәш булған бүтән илдәрҙең дә баҙарын яйлап яулайбыҙ.

Ысынлап та, “Фармстандарт-ӨфөВИТА” импортҡа алмаш тәңгәлендә ең һыҙғанып эшләй.

Наил Зиннур улы билдәләүенсә, бер урында тапаныу – бөлөүгә, ә эҙләнеү үҫешкә килтерә. Ғөмүмән, фармацевтика өлкәһенең бай тәжрибәһе бар.

Был йәмғиәт төрлө фармакотерапевтика төркөмөнә ҡараған препараттар, йөрәк-ҡан тамырҙары, шәкәр диабеты, үҫеш гормоны дефицитына бәйле, гастроэнтерология, неврология, йоғошло, яман шеш һәм башҡа ауырыуҙарға ҡаршы дарыуҙар етештерә. Ҡеүәте – йылына 200 миллион препарат. Ғөмүмән, предприятие етештергән дарыуҙар араһында кешеләргә иң кәрәклеләре булыуы ҡыуаныслы.

 

Санкт-Петербург ҡалаһындағы форумда

 

Күптән түгел, Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһы Санкт-Петербургта ҙур сара ойошторолдо. XXV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында республикабыҙҙан да рәсми делегация ҡатнашты. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һаулыҡ һаҡлау өлкәһе буйынса йөкмәткеле сығыш яһаны, импортҡа алмаш мәсьәләһенә айырым туҡталды.

– Башҡортостан фармацевтика предприятиеларының сит ил компаниялары менән бәйләнештәре ныҡлы, “Фармстандарт-ӨфөВИТА” йәмғиәтенең сит ил партнерҙары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе – шуға асыҡ миҫал, – тине Андрей Геннадьевич. – Был предприятие Ҡытайҙан һәм Һиндостандан төп дарыу субстанцияларын һатып алыуҙа логистиканы үҙгәртәсәк. Әле һатып алынғандың ни бары 10 проценты ғына Европа илдәренә тура килә, Рәсәй төбәктәренә – биш процент, ә инде 85 процент Ҡытай менән Һиндостан өлөшөнә төшә.

Ҡыуаныслы хәбәр еткерәбеҙ: киләсәктә донъя илдәре менән бәйләнештәрҙе тәрәнерәк булдырыу маҡсатында Ҡытайҙа Рәсәй Сауҙа вәкиллеге янында Башҡорт­остандың даими офисы эшләй башлаясаҡ.

Андрей Назаров билдәләүенсә, был тәңгәлдә эштәрҙе Һиндостан менән дә йәйелдерергә уйлайҙар. Үткән йылғы һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостандың фармацевтика өлкәһендә етештереү 2,4 тапҡырға артҡан. 2022 йылдың тәүге дүрт айында ыңғай үҫеш күҙәтелгән. Һуңғы ике йылда дарыуҙарҙы һатып алғанда импорт өлөшөнөң дөйөм күләме 55 процент тәшкил иткән, быйыл был күрһәткесте 50 процентҡаса кәметеү бурысын ҡуйғандар.

Шуныһы, Ковидҡа бәйле сикләү­ҙәр ваҡытында сит ил әйберҙә­ренең ныҡ кәмеүен белгестәр яҡшы һиҙгән. Тап шул ваҡытта беҙҙә көнкүрештә иң кәрәкле әйберҙәрҙе етештереү юлға һалынған да инде. Мәҫәлән, битлектәр, кейем-һалым, ҡулды йыуыу шыйыҡсалары, медицина кислородтары күпләп сығарылған. Был осраҡта ике дәлилде билдә­ләргә мөмкин. Беренсенән, коронавирус пан­демияһы импортҡа алмаш мәсьә­ләһен уңышлы хәл иткән. Икен­сенән, предприятие­ларҙы бурысына яуаплы ҡарарға, эштә инновациялы алымдар ҡулланырға этәргән. Башҡорт­останда рекордҡа тиңләрлек ҡыҫҡа арауыҡта дүрт йоғошло ауырыу­ҙар госпитале төҙөлгән. Иң мөһиме – был осраҡта ла объекттарҙы ҡалҡытҡанда тик үҙебеҙҙең төҙө­лөш материалдары ҡулланылған.

– Ғөмүмән, республикабыҙҙың медицина сәнәғәтендә импортҡа алмаш практикаһы булдырылды, – тине Андрей Назаров. – Әйтәйек, Өфөләге “Астра” компанияһы ҡандың ойошоу-ойошмауын асыҡлаған анализатор етештерә. Әле уны илебеҙҙәге һәр унынсы лаборатория файҙалана. “Нейрон” предприятиеһы уникаль эшләнмә­ләре менән маҡтана ала – улар микропроцессорлы электростимулятор етештерә. “Металлоконструкция” иһә медицина карауаттарын, операция өҫтәлдәрен, рецир­кулятор­ҙар һәм консолдәр эшләп сығарыу йәһәтенән эре завод иҫәпләнә.

Ысынлап та, Башҡортостан­дың медицина сәнәғәте импортҡа алмаш тәжрибәһен яҡшы үҙләш­тер­гән. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәр­ҙәрҙә ошо турала фекерен  белдерҙе:

– Ковидҡа бәйле сикләүҙәр ваҡытында беҙҙең республика сит ил әйберҙәренә бәйле булыуҙы кәметеү өсөн оло тәжрибә тупланы. Медицина сәнәғәтендә импортҡа алмаш буйынса яҡшы тәжрибә һәм  фарминдустрияла был юҫыҡта үҫеш бар.

Етерлек күләмдә күп тапҡыр ҡулланыла торған битлек һәм һаҡлау кейемдәре тегеү ҙә шуға асыҡ дәлил. Төбәктә эшкәртелгән фармпродукция күләменең 95 проценттан ашыуын ике ҙур предприятие – “Микроген” фәнни-етештереү берекмәһенең “Иммунопрепарат” филиалы һәм “Фармстандарт-ӨфөВИТА” асыҡ акционерҙар йәмғиәте хасил итә.

 

Ике тиҫтәнән ике меңгә хәтлем

 

Был мәҡәләлә заводтың тарихына байҡау яһау ҡайһы бер әйберҙәргә әҙме-күпме асыҡлыҡ индерер, шул уҡ ваҡытта күптәргә ҡыҙыҡлы ла булыр.

Өфө витамин заводы 1916 йылда эшләй башланы. Кондитер фабрикаһы һәм бер нисә тирмән ябылғанда, уның асылыуы шул йылдар өсөн ҙур ваҡиға һанала. Ул саҡтағы бәләкәй генә артель, яйлап үҫешә барып, дүрт йылдан һуң “Единение” тигән исем менән аталған. Ҡыҙыҡ, сауҙагәр Иван Алексеевтың ҙур булмаған йортонда кәнфит ҡайнатҡандар. Шунан ул кондитер фабрикаһы тип үҙгәр­телгән. “Башкондитер” заводын күптәр хәтерләйҙер, моғайын. Үткән быуаттың 30-сы йылдары башында был завод илебеҙҙә иң эреләрҙән һаналған. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, бында әлморон емештә­ренән витамин ҡушылған сироп әҙерләгәндәр. Артабан витаминлы драже һәм медицинала ҡулланыл­ған аскорбин кислотаһы етеште­реүгә тотонғандар. Һуғыш тамамла­ныуға ул Өфө витамин заводы тип аталған. Асылған көндәрендә унда тир түгеүселәрҙең һаны ике тиҫтәгә лә тулмаһа, бөгөн был заводта ике меңгә яҡын кеше эшләй.

 

- Илдар АҠЪЮЛОВ

Читайте нас