

Бөгөн Учалы районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡорт урманы” (“Башкирский лесъ”) ағас эшкәртеү компанияһының етештереү майҙансығында булды. Төбәк етәксеһе предприятиеның мөмкинлектәре менән танышты, фанер цехын асты. Цех республика ярҙамы күрһәтелгән инвестиция проекты нигеҙендә төҙөлгән.
– Бөгөн беҙ яңы предприятиены асабыҙ, ул Учалыға бик кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Республикабыҙ урман ресурстарына бай. Яңы завод продукцияһына ихтыяж булыр, тип ышанам, сөнки Рәсәйҙә лә, республикала ла торлаҡ төҙөлөшө йылдам үҫешә.
“Башҡорт урманы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Рәмил Ғәбдрәҡипов коллектив исеменән республика етәкселегенә инвестиция проектына булышлыҡ иткән – ерҙе ҡуртымға алыуҙа, ҡорамалдарға сығымдың бер өлөшөн ҡаплауҙа, инженерлыҡ селтәрҙәрен үткәреүҙә ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте.
Башҡортостан Башлығы фанер етештереү технологияһы, етештерелгән продукция өлгөләре менән танышты. Ул шулай уҡ компания етәкселеге менән предприятиены артабан үҫтереү мөмкинлеген тикшерҙе.
Мәғлүм булыуынса, 235 миллион һумлыҡ инвестиция проекты былтыр июлдә “Инвестиция сәғәте” ултырышында хупланғайны. Үзбәкстан бизнесы вәкиле – “ГазРесурс” компанияһы ағас эшкәртеү производствоһын асырға тәҡдим итте. Әле фанер етештереүҙе ойоштороуға 170 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. “Башҡорт урманы” предприятиеһы майҙансығында фанера сығарыу буйынса технологик линия, келәт, киптергес һәм бассейн бар. Етештереү ҡеүәте йылына алты мең кубометрға тиклем фанер сығарыу мөмкинлеген бирә.
Тәүге этапта эшкә 35 белгес йәлеп ителә. Киләсәктә инвесторҙар Учалыла юнысҡы плитәләре етештереүҙе һәм хеҙмәткәрҙәр штатын 110 кешегә тиклем арттырыуҙы күҙаллай.
Радий Хәбиров заводты тап Башҡортостанда төҙөргә ниәтләгәндәре өсөн “ГазРесурс” компанияһы етәксеһе Ҡасим Абдуллаевҡа рәхмәт әйтте. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, компанияның ағас эшкәртеү өлкәһендә тәжрибәһе бар. Тула өлкәһендә тағы ла бер фанер һәм ОСП-плитәләр етештереү заводы эшләй.
Учалыға эш сәфәре тураһында төбәк Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә телгә алды.
“Бөгөн Учалы районында эшләйем. Программа бай – ҙур сәнәғәт предприятиелары, социаль объекттар. Барығыҙға ла уңышлы йома!” – тип яҙған ул.
Фото: glavarb.ru/rus/press, vk.com/radiyhabirov
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press, vk.com/radiyhabirov