Иҡтисад
9 Сентябрь 2022, 14:00

Рәсәй баҙарында үҙ урыны бар

Учалы тегеү фабрикаһының етештереү майҙандарына газ үткәрелә.

Рәсәй баҙарында үҙ урыны барРәсәй баҙарында үҙ урыны бар
Рәсәй баҙарында үҙ урыны бар

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 9 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Учалы районының төп сәнәғәт предприятиеларының береһендә – Учалы тегеү фабрикаһында булды. Предприятие төрлө тармаҡтарға эш кейеме тегеү буйынса махсуслашҡан.

Директоры Фәйрүзә Степаненко һөйләүенсә, фабрикала 619 кеше хеҙмәт итә, уларҙың 90 проценттан ашыуы - ҡатын-ҡыҙ. Бында заманса бесеү һәм тегеү ҡорамалдарында "РЖД", "Полюс Золото", "Евросибэнерго" һәм башҡа Рәсәй компанияларына ҡышҡы-йәйге махсус эш кейемдәре тегәләр.

"Беҙҙең ассортиментта 300-ҙән ашыу продукция иҫәпләнә – салбарҙар, күлдәктәр, костюмдар, төрлө ведомстволар, хеҙмәттәр, ойошмалар хеҙмәткәрҙәре өсөн өҫкө кейем, шулай уҡ мәктәп формаһы, балыҡсылар, һунарсылар, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн экипировка һ.б. Барыһы ла хәүефһеҙлек һәм сифаты буйынса ГОСТ нормаларына яуап бирә, - тип билдәләне етәксе.

Учалы тегеү фабрикаһы “Эш кейеме комбинаты” структураһына инә. 2020-2022 йылдарҙа етештереүҙе модернизациялау һәм сеймал алыу өсөн фабрикаға республика тарафынан 41,5 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелә. Был аҡсаға 33 миллион һумлыҡ 97 берәмек ҡорамал һатып алына.

Радий Хәбиров етештерелгән кейем-һалым өлгөләре, белгестәрҙең хеҙмәт шарттары менән танышты һәм етештереүҙе үҫтереү буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашты.

Предприятие етәкселеге республика Башлығынан, көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә йылытыу өсөн, етештереү майҙандарын газификациялау эшен тамамлауҙа ярҙам һораны. Радий Хәбиров Башҡортостан Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына “Газпром” йәмғиәте менән берлектә 20 сентябргә тиклем эштәрҙе тамамларға ҡушты.

“Алдынғы тегеү фабрикаһына күптән килергә йыйына инем. Предприятиела етештерелгән кейем-һалым Рәсәй баҙарында үҙ урынын тапҡан. Беҙ Башҡортостанда күп яңы предприятиелар төҙөйбөҙ. Уларҙағы хеҙмәткәрҙәрҙе уңайлы шарттар, лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итеү - мөһим бурыс. Был мәсьәләне контролдә тотасаҡбыҙ”, - тине республика Башлығы.

Сығанаҡ һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/157483.html

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас