Иҡтисад
9 Сентябрь 2022, 11:15

Әрмәнстан менән хеҙмәттәшлек нығына

1-4 ноябрҙә Башҡортостан делегацияһы был илгә эш сәфәре менән юлланасаҡ.

Әрмәнстан менән хеҙмәттәшлек нығынаӘрмәнстан менән хеҙмәттәшлек нығына
Әрмәнстан менән хеҙмәттәшлек нығына

30-ҙан ашыу республика предприятиелары ауыл хужалығы, нефть һәм химия сәнәғәте, шулай уҡ аҙыҡ-түлек һәм алкоголле эсемлектәр, ҡағыҙ төргәктәр, бал һәм фарфор етештереүселәр Әрмәнстан менән хеҙмәттәшлекте нығыта.

Был хаҡта "Сауҙа вәкиле менән сәғәт" форматындағы онлайн-осрашыу барышында Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова, Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге директоры Илдус Хәлитов һәм Әрмәнстан Республикаһының сауҙа вәкиле Анна Донченко ҡатнашлығындағы онлайн-осрашыуҙа һөйләнеләр.

— 2022 йылдың беренсе яртыһында үҙ-ара сауҙа әйләнешенең 5,2 тапҡырға үҫеүе Әрмәнстан Республикаһы менән сауҙа хеҙмәттәшлеге нығынғанын күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта беҙ был илгә экспортты арттырыу буйынса эште дауам итәбеҙ. Бөгөнгө осрашыу бизнес башланғысы менән ойошторолдо, беҙҙең предприятиелар Әрмәнстан менән хеҙмәттәшлек күләмен арттырырға йыйына. Шуға ла быйыл 1-4 ноябрҙә был илгә эш сәфәре планлаштырылған, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Ултырышта Башҡортостан предприятиеларына Әрмәнстан Республикаһының транспорт баҙары үҙенсәлектәре, шулай уҡ ғәмәлдәге логистика маршруттары тәҡдим ителде Шулай уҡ компанияларға илдәге тендер майҙансыҡтары тураһында мәғлүмәт бирелде.

Әйтергә кәрәк, 2021 йыл аҙағына Рәсәй Федерацияһының Әрмәнстан Республикаһындағы сауҙа вәкиллеге илдең тышҡы сауҙа миссияларының иң яҡшыһы тип танылды.

Фото һәм сығанаҡ Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас