Иҡтисад
9 Сентябрь 2022, 04:54

Шәкәр менән өҙөклөк булмаясаҡ

Ҡышҡыһын тәм-томһоҙ ҡалмаҫбыҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөнөң яңы уңышынан 700 тонна самаһы шәкәр етештерелгән дә инде. Был хаҡта Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Мәҫәлән, Раевка шәкәр заводы тәүгеләрҙән “татлы тамыр”ҙың яңы уңышын ҡабул итә башлаған. Бында 18,2 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө алып киленгән, шуның 2,8 мең тоннаһы эшкәртелгән дә инде.

Ошо көндәрҙә Шишмә шәкәр заводы ла етештереүҙе баш­лаясаҡ. Ике предприятие ла 2022 – 2023 йыл миҙгелендә 1,5 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртергә йыйына.

Йыл да шәкәр сөгөлдөрө үҫтергән төбәктәр яйлап “татлы тамыр”ҙы йыйыуға төшә башланы. Йәмғеһе республиканың 19 районында был культураға өҫтөнлөк бирәләр. Әле иһә Әлшәй, Дәүләкән яҡтарында уңыш йыйырға төшкәндәр. Уртаса уңыш күләме гектарынан 300 центнер тәшкил итә. Быйыл иһә республика буйынса 44 мең гектар майҙанда шәкәр сөгөл­дөрө сәселгән. Был былтырғы менән сағыштырғанда һигеҙ мең гектарға күберәк.

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Виктория Абрамченко бел­дереүенсә, илдә йыл һайын яҡынса алты миллион тонна етештерелә, рәсәйҙәр иһә яҡынса йылына 5,8 миллион тонна шәкәр ашай. Шуға йыл да етештерелгән продукция күләме яңы уңышҡа тиклем етә. Былтырғы хәлде иҫәпкә алып, Рәсәй Хөкүмәте быйыл илдән шәкәрҙе сығарырға тыйғайны. Шуға ла ул келәттәрҙә бар.

Рәсәйҙең шәкәр етештереү­селәр союзы иһә 2022 – 2023 йыл миҙгелендә донъяла шәкәр­ҙең күберәк етештерелеүе көтөлә тип белдерә. Был һуңғы биш йылда күпселек илдәрҙең сәсеү майҙандарын арттырыуға бәйле. Бразилия 5,4 миллион тоннаға, Таиланд – 1,9 миллион тонна, Ҡытай 0,4 миллион тоннаға күберәк шәкәр етеш­терергә йыйына. Һөҙөмтәлә продукцияның күләме лә артасаҡ, уның хаҡы ла яҡынса ике процентҡа төшәсәк, ти белгестәр.

2020 йылғы ҡоролоҡтан һуң, Рәсәйҙә былтыр шәкәр сөгөлдө­рөнөң уңышы юғары булған. Был күрһәткес сәсеү майҙан­дарының һигеҙ процентҡа артыуына ла бәйле. Волга – Урал төбәктәрендә ҡоролоҡ етеш­тереүгә йоғонто яһаһа ла, йылы яҡтарҙа шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы гектарынан 411 центнер сыҡҡан. Былтырғы миҙгелдәге запас баҙарҙа тотороҡлоҡто тәьмин итә. 2021 йылда шәкәр сөгөл­дөрөн илдең 26 төбәгендә сәскәндәр. 20 төбәктәге заводтар йыйылған уңышты эшкәрткән. 15 завод тәүлегенә меңәр тонна шәкәр эшкәртеү ҡеүәтенә эйә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек хужалыҡтар шәкәр сөгөлдөрө сәсеүҙән баш тарта. Был ил буйынса ла, беҙҙең республикала ла асыҡ күренә. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы – ҡасандыр илдә уңыш күләме менән дан тотҡан, ҡатын-ҡыҙҙар араһынан беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Батырованың исемен Советтар Союзына яңғыратҡан район. 1946 йылға уның бригадаһы гектарынан 500 центнер сөгөлдөр үҫтерергә йөкләмә ала. Көҙ йыйылған “татлы тамыр” уңышы гектарынан 502 центнер тәшкил итә. 1948 йылда сөгөлдөрсөләр яңы рекорд ҡуя: бер гектарҙан 600 центнерҙан ашыу уңыш ала.

Банат Батырова шәкәр сө­гөлдөрө үҫтереүҙә 1960 йылға тиклем эшләй, тәжрибәле өйрәнсектәр тәрбиәләй. Әммә инде нисә йылдар дауамында Ҡырмыҫҡалы районында шәкәр сөгөлдөрө үҫтермәйҙәр. Хәйер, был культураны сәсеү, ҡарау, ашлама индереү – быларҙың барыһын да бары көслө, аяғында ныҡлы баҫып торған хужалыҡтар ғына атҡара ала. Бынан тыш, сөгөлдөр өсөн иң ҡурҡынысы – дым етешмәүе. Ә һуңғы йылдарҙа Волга буйы федераль округы төбәктәре ҡоролоҡтан зыян күрә. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы киләсәктә шәкәр сөгөлдөрө майҙанын арттырырға йыйына: 1,1 миллион гектар майҙанға “татлы тамыр” сәсергә иҫәп тоталар. Был киләсәктә бер гектар майҙандан ете мең тонна шәкәр алырға мөмкинлек бирәсәк. Ул ваҡытта экспортҡа сығарылған ике миллион тонна шәкәрҙең күләме кәмейәсәк.

Шулай ҙа белгестәр Рәсәйҙә шәкәр ҡулланыу күләме йылдан-йыл кәмей тип билдәләй. Мәҫәлән, 2017-2018 йылдарҙа 6,1 миллион тонна шәкәр ашаһаҡ, 2021-2022 йылда был һан 5,6 миллион тонна тәшкил иткән.

Былтыр көҙ магазин кәштәлә­рендә шәкәргә ҡапыл хаҡтар артып, татлы ризыҡтың кәштә­ләрҙән юҡҡа сығыуы тарихта ғына ҡалыр тип ышанғы килә. Былтырғы хәлде иҫәпкә алып, Рәсәй Хөкүмәте лә, Башҡорт­останда ла әлеге хәлде булдырмау өсөн барлыҡ шарттар иҫәпкә алынған, саралар күрелгән.

Шишмә районында үткән “Шәкәр сөгөлдөрө көнө”ндә республиканың барлыҡ райондарынан бының менән шөғөл­ләнгән хужалыҡтар вәкилдәре йыйылып, тармаҡтағы мәсьәлә­ләр тураһында һөйләште. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, яҙғыһын шәкәр сөгөлдөрө орлоғон һатып алыу менән бер килке ауырлыҡтар тыуһа ла, сәсеү ваҡытына был бер ниндәй ҙә йоғонто яһамаған. Быйыл иһә күпселек хужалыҡтар Рәсәйҙә етештерелгән орлоҡтарға өҫтөн­лөк бирҙе. Семинарҙың үткә­релеү урыны ла Шишмә районы тип юҡҡа һайланмаған. Был районда шәкәр сөгөлдөрө иң күбе сәселгән, йәмғеһе 6956 гектар майҙанды биләй.

Шишмә районының ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Эрнес Кәримов билдәләүенсә, былтыр шәкәр сөгөлдөрөн 11 хужалыҡ сәсһә, быйыл бер хужалыҡ был культуранан баш тартҡан. Был ҡоролоҡ менән бәйле, сөнки 2020 йылда уңыш күләме бер гектарҙан 491,9 центнер булһа, былтыр ҡоролоҡ арҡаһында ике тапҡырға кәмеп, 290,6 центнерға төшкән. Йәйҙең тәүге айы ямғырлы булыуы арҡаһында әлегә уңыш күләме гектарынан 400 – 420 центнер тәшкил итә.

- Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас