Иҡтисад
9 Сентябрь 2022, 14:15

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты - ғорурлығыбыҙ

Унда хеҙмәткәрҙәрҙең лайыҡлы эш хаҡы алыуы ла ҡайғыртыла, экология мәсьәләләре лә күҙ уңынан ысҡындырылмай.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты - ғорурлығыбыҙУчалы тау-байыҡтырыу комбинаты - ғорурлығыбыҙ
Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты - ғорурлығыбыҙ

Республика Башлығы бөгөн эш сәфәре менән Учалыла булды. Ул социаль селтәрҙәрҙә райондың иң эре сәнәғәт предприятиеһы тураһында яҙҙы.

“Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты – Башҡортостандың ғорурлығы булып иҫәпләнгән предприятиеларҙың береһе. Ул беҙҙең төҫлө металлургияның флагманы, уға республикала табылған файҙалы ҡаҙылмаларҙың яртыһы тиерлек тура килә, тәү сиратта был – баҡыр һәм цинк.

Шуныһы ҡыуаныслы, предприятие, ил иҡтисадын үҫтереүгә өлөш индереүе менән бергә, хеҙмәткәрҙәрҙең лайыҡлы эш хаҡы алыуын да ҡайғырта, экология мәсьәләләрен дә күҙ уңынан ысҡындырмай.

УТБК – заманса юғары технологиялы предприятие, фәнгә нигеҙләнеп  эшләй, яҡшы хеҙмәт урындары менән тәьмин итә. Бында масштаблы инвестпроекттар тормошҡа ашырыла, шул иҫәптән предприятиеның руда базаһын үҫтереүгә йүнәлтелгәндәре лә. Яңы рудник төҙөлә.

Экологияға ла ҙур иғтибар бүленә – әле комбинатта ағып төшкән сәнәғәт һыуҙарын таҙартыу ҡорамалдары төҙөлә. Һалынған инвестициялар күләме ҙур – 1,6 миллиард һум тәшкил итә.  Шуға ҡарамаҫтан, предприятиела экология мәсьәләләренең мөһим икәнлеген аңлап, был эште башҡаралар”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото Р. Хәбировтың сәхифәһенән.

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас