

Республика Хөкүмәте сайтында хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың Урал аръяғын социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһына ярашлы, 2030 йылға тиклем төбәктең был өлөшөндә 40 меңгә тиклем яңы эш урыны булдырылырға тейеш. Атап әйткәндә, сәнәғәттә - 11 мең, ауыл хужалығында - 20 мең, туризм өлкәһендә туғыҙ мең эш урыны өсөн база булдырыу күҙаллана.
Башҡортостан иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов Башҡортостан юлдаш телеканалының "Интервью" тапшырыуында ошо хаҡта һөйләне.
- Әгәр сәнәғәтте ҡарағанда, был эш урындары тау-ҡаҙылма тармағын үҫтереү арҡаһында барлыҡҡа килер, тип иҫәпләйбеҙ. Ауыл хужалығына килгәндә, Урал аръяғында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге 30 мең гектар самаһы файҙаланылмаған ер, шул иҫәптән шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙағы пай ерҙәре бар. Был - яңы проекттар өсөн ҡеүәтле ресурс. Яңы эш урындары барлыҡҡа килгәс, уртаса хеҙмәт хаҡы ла артасаҡ. Уның кимәле 70,5 мең һумға етергә тейеш, - тип билдәләне Айрат Фәхретдинов.
Урал аръяғын үҫтереү стратегияһы Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса Рәсәй Финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институтынан федераль коллегалары ярҙамында әҙерләнде. Көньяҡ Урал - ғәйәт ҙур үҫеш потенциалына эйә биләмә. Бында 310 меңдән ашыу кеше йәшәй һәм эшләй. Хәҙер Урал аръяғы иҡтисады үҙендә ете мең самаһы бәләкәй һәм урта бизнес субъектын берләштерә. 2030 йылға уларҙың һаны 1,5 тапҡырға артырға тейеш.
Айрат Фәхретдинов һөйләүенсә, Урал аръяғын үҫтереү стратегияһы документ ҡына түгел, ә билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшергә мөмкинлек биргән юл картаһы. Атап әйткәндә, туризм тармағында проект акселераторын булдырыу планлаштырыла. Тау сәнәғәтендә тәүге тапҡыр тау сығарыуҙа углерод-нейтраль технологиялар ҡулланыласаҡ. Ауыл хужалығында ташламалы шарттарҙа биш йылға тиклем ҡуртымға алыу өсөн ун гектарҙан алып ер участкалары бүлеү планлаштырыла. Урал аръяғын үҫтереү стратегияһы тураһында тулыраҡ интервьюны bash.news/bst/intervyu сайтында уҡый алаһығыҙ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.