Иҡтисад
9 Сентябрь 2022, 10:50

Юл буйы сервисы өсөн яңы майҙан бүленде

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында юл буйы сервисы өсөн сираттағы буш майҙансыҡты ҡаранылар. Бөтәһе 16 гектарҙы биләгән был урын Өфө – Ырымбур юлында Көйөргәҙе районында урынлашҡан.

Юл буйы сервисы өсөн яңы майҙан бүлендеЮл буйы сервисы өсөн яңы майҙан бүленде
Юл буйы сервисы өсөн яңы майҙан бүленде

“Тәҡдим ителгән инвестиция майҙанының өҫтөнлөгө шунда – был урында хәрәкәт көслө. Тәүлегенә уртаса 12 мең тирәһе автомобиль уҙа. Бынан тыш, майҙан эргәһендә генә ике һыу ятҡылығы бар. Тимәк, клиенттар яғынан да ошонда төҙөләсәк объекттарҙың хеҙмәтләндереүенә ихтыяж ҙур буласаҡ. Ошо майҙанға иғтибар иткән инвесторға Корпорация проектты эшләргә, документтар әҙерләргә ярҙам итәсәк”, – ти Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Был инвестиция майҙаны менән http://kr-rb360.ru/vtour/KY1/tour.html сайтында ентекләберәк танышырға мөмкин.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас