Иҡтисад
10 Сентябрь 2022, 07:00

Махсус район төҙөләсәк

Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Рәсәй Мосолмандарының Диниә назараты йыйылышы Башлығы Әлбир хәҙрәт Крганов менән осрашты

Махсус район төҙөләсәкМахсус район төҙөләсәк
Махсус район төҙөләсәк

Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Рәсәй Мосолмандарының Диниә назараты йыйылышы Башлығы Әлбир хәҙрәт Крганов менән осрашты.

Осрашыуҙың маҡсаты – төбәктә ислам финанслауы механизмдарын файҙаланып, Махсус административ район ойоштороу.  Сарала шулай уҡ Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Ермек Кошербаев, Иран Ислам республикаһының рәсәйҙәге илселегенең беренсе ранг советнигы Казем Мохаммади, Төркиәнең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Мехмет Самсар, Бахрейн, Индонезия, Иран, Катар, Сауд Ғәрәбстаны, Малайзия һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең дипмиссия вәкилдәре ҡатнашты.

Андрей Назаров сит ил инвесторҙарына берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү өсөн республикала йоғонтоло саралар күрелеүе тураһында һөйләне.

“Республикала 12 индустриаль һәм 18 сәнәғәт паркы, биш өҫтөнлөклө үҫеш биләмәһе һәм “Алға” махсус зонаһы булдырылған. Әле Башҡортостан Хөкүмәтендә булған инвестиция ҡеүәтен йоғонтоло файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк яңы механизмдар эшләнә. Уларҙың береһе – махсус административ район ойоштороу. Был преференциаль биләмә оффшор юрисдикцияһына эйә булған милли модель булып тора. Яңы сит ил инвесторҙарын йәлеп итеү менән бергә ул эшҡыуарҙар сит илдәрҙә асҡан компанияларҙы Рәсәй хоҡуҡи майҙанына ҡайтартыуға ла йүнәлеш тота”, – тине Андрей Назаров.

Ул билдәләгәнсә, ислам финанслауы Рәсәй иҡтисады өсөн айырыуса әһәмиәткә эйә һәм көнүҙәк булып тора.

Осрашыуҙа Әлбир хәҙрәт Крганов, республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары-иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, “Стратегик эшләнештәр” фондының “Хоҡуҡи үҫеш” йүнәлеше етәксеһе Максим Башкатов, Рәсәй Финанс министрлығының Төбәктәр иҡтисады үҙәге етәксеһе Ирина Рыкова, Башҡортостандың Диниә назараты етәксеһе мөфтөй Айнур Бирғәлин һәм башҡалар сығыш яһаны.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас