Иҡтисад
12 Сентябрь 2022, 15:45

Эшҡыуарҙарға, үҙмәшғүлдәргә - ярҙам сараһы

Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм үҙмәшғүлдәр ике меңдән ашыу буш милек объектын алыу мөмкинлегенә эйә.

Эшҡыуарҙарға, үҙмәшғүлдәргә - ярҙам сараһыЭшҡыуарҙарға, үҙмәшғүлдәргә - ярҙам сараһы
Эшҡыуарҙарға, үҙмәшғүлдәргә - ярҙам сараһы

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн республика биләмәһендә үҙмәшғүл граждандарға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына төбәк, муниципаль кимәлдәрҙә милек ярҙамы алыу мөмкинлеге тәьмин ителгән.

- Дөйөм алғанда, республика буйынса эшҡыуарҙарға һәм үҙмәшғүлдәргә 945 муниципаль милек, 81 дәүләт милке объекты бирелде, - тип хәбәр итте Башҡортостан ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Рөстәм Ғизәтуллин. - Республикала бәләкәй һәм урта бизнесҡа, шулай уҡ үҙмәшғүл граждандарға биреү өсөн ике меңдән ашыу буш объект иҫәпләнә.

Бизнесты үҫтереү өсөн иң күп милек киләһе муниципаль берәмектәрҙә билдәләнә: Октябрьский ҡалаһында, Салауат ҡалаһында, Архангел, Баймаҡ һәм Бәләбәй райондарында.

Милек ярҙамын алыу, шул иҫәптән ҡуртым хаҡының льготалы ставкаһы буйынса эшҡыуар һәм үҙмәшғүл граждандар түбәндәге адрестарға мөрәжәғәт итә ала:

- дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡтың территориаль органына - Росимущества: 

- инвестиция порталына - INVESTRB.RU;

- Рәсәй Федерацияһы субъектының дәүләт власы органы, Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының рәсми сайтында Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына, үҙмәшғүл граждандарға ҡуртымға биреү өсөн тәғәйенләнгән өсөнсө шәхестәрҙең хоҡуҡтарынан азат Башҡортостан Республикаһының дәүләт мөлкәте исемлеге урынлаштырылған;

- урындағы үҙидара органдары, "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" уҙғарыу сиктәрендә, бизнес-шерифтарға;

- бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына һәм үҙмәшғүл граждандарға ҡуртымға биреү өсөн тәғәйенләнгән өсөнсө шәхестәр хоҡуғынан азат булған муниципаль милек исемлеге Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре сайттарының рәсми сәхифәләрендә ирекле һаҡлана;

- Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәрҙең рәсми сайты "Хеҙмәтләндереүҙәр" йәки "Һорау бирергә" бүлектәрендә, шулай уҡ бәйләнеш үҙәгенең 7 (347) 246-55-33 / 7 (927) 3333 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас